Әбделмәнов Ғүмәр Мөғәлләм улы (15 декабрь 1929 йыл30 октябрь 2020) — йырсы. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 1969—1992 йылдарҙа СССР Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2020).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Әбделмәнов Ғүмәр Мөғәлләм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 декабрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Суҡраҡлы ауылы, Дурасов ауыл Советы, Шишмә районы, СССР
Вафат булған көнө 30 октябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (90 йәш)
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] (1989)

Салауат Юлаев ордены
Ябырға

Биографияһы

Thumb
Ғүмәр Әбделмәнов Салауат Юлаев ордены тапшырылғандан һуң

Ғүмәр Мөғәлләм улы Әбделмәнов 1929 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны [1] Суҡраҡлы ауылында тыуған.

Өфө музыка-сәнғәт училищеһын тамамлаған (1951)

Ауырғазы район үҙешмәкәр халыҡ театрында эшләй.

1955 йылдан БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио комитетында эшләй.

1959 йылда уҡ — БАССР Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре һәм бер үк ваҡытта Башҡортостан республика мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһында мәҙәни‑ағартыу училищеһы (Стәрлетамаҡ) уҡытыусыһы.

1964 йылдан Башҡорт филармонияһында солист сифатында хеҙмәт юлын дауам итә. 1969-1992 йылдарҙа РФ Композиторҙар союзы Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры[2][3]

2020 йылдың мартында йырсы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[4].

Әбделмәнов Ғүмәр Мөғәлләм улы 2020 йылдың 30 октябрендә 91-се йәшендә Өфөлә вафат булды.[5]

Сәхнә ижады

Ғүмәр Әбделмәновтың башҡарыу манераһы ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, үҙенсәлекле моңо менән айырылып тора. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, шулар иҫәбендә «Ғайса ахун», «Сибай», «Сәлимәкәй», «Урал», З.Ғ.Исмәғилев, Т. Ш. Кәримов, Р.Ә.Мортазин, Р. Х.Сәхәүетдинова, Х. Ф.Әхмәтовтың во­каль әҫәрҙәре бар. Р. М.Хәсәнов, Т. М.Шәрипов, Ф. Әхмәтовтың лирик йырҙарын тәүге башҡарыусы. СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989).
  • Салауат Юлаев ордены (2020).

Популяр йырҙары

  • Өфө йүкәләре, Һағыныу йыры, Сәскәләр уяныр, Һиңә тағы мин бер киләм әле (Рим Хәсәнов көйө)
  • Имәндәр шаулай, Тыуған ауылым, Иҫеңдәме, Томбойоҡ, Янғантау баҫҡыстары (Тәлғәт Шәрипов көйө)
  • Ҡариҙел буйында ҡалам (Зәбих Мәмәлимов көйө)
  • Бер минут (Әкрәм Дауытов көйө, һүҙе)
  • Бер минут (Әнүәр Бакиров көйө)
  • Һабан турғайы (Сәлих Сәйҙәшев көйө)
  • Мөхәббәт йыры (Роза Сәхәүетдинова көйө)
  • Тамсылар тамыр саҡтар (Фәсил Әхмәтов көйө)
  • Раушаниям, бәғерем (Вәсил Хәбисламов көйө)
  • Әйҙә, еңәй, бейеп ҡал, Таныш тулҡындар (Таһир Кәримов көйө)
  • Төнгө серенада (Абрар Ғабдрахманов көйө)
  • Ҡойон (Роберт Газизов көйө)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.