Әр-Рәхим мәсете
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Әр-Рәхим мәсете (рус. Мечеть Ар-Рахим, татар. Әр-Рәхим мәчете) — Башҡортостандың Өфө башҡалаһында Салауат Юлаев проспекты һәм Коммунистик урамы киҫелешендә төҙөлөүсе йәмиғ мәсете.
Мәсеткә нигеҙ Башҡортостандың Рәсәй составына ҡушылыуының 450 йылығын билдәләгән осорҙа һалына. Төҙөлөп бөткәс, был мәсет Рәсәй Федерацияһындағы иң ҙур мәсеттәрҙең береһе буласаҡ тип фараз ителә [1], әммә бар параметрҙары буйынса ла улай булмаясаҡ.
Remove ads
Төҙөлөш барышы
Күп йылдар дауамында Башҡортостан мосолмандары дин әһелдәре республика етәкселегенә яңы мәсет төҙөүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап килде. Өфө ҡалаһында ике ҙур мәсет бар — Беренсе йәмиғ һәм «Ләлә-Тюльпан», әммә байрам ваҡыттарында улар ғына бар теләгән кешеләрҙе йәмәғәт намаҙына һыйҙыра алмай. Күп кенә намаҙ уғырға теләүселәр урамда уҡырға мәжбүр була.[2]. Мосолмандар диниә назаратына башҡалабыҙҙың үҙәк майҙанынан биләмә(участок) бүлеп бирелә. Генераль подрядсы билдәләнелә. Төҙөүсе фирма, туранан— тура үҙенең вазифаһынан башҡа, мәсетте төҙөү өсөн хәйер аҡсалары ла йыя. Нигеҙенә беренсе таш 2007 йылдың көҙөндә һалына.Ҡоролманың проектын «Башкиргражданпроект» иниституты һәм ӨДНТУ берлектә төҙөй. Төҙөүсеһе — «Алтын ҡурай».
Генераль подрядсының белдереүе буйынса, төҙөлөшкә бюджет аҡсаһы тотонолмаясаҡ. Бар төҙөлөш физик һәм юридик шәхестәр тарафынан бүленгән хәйриә аҡсаһына төҙөләсәк. Мәсет төҙөүҙө ҡала предприятиелары, атап әйткәндә, башҡа юбилей объекттарын — Торатау конгресс-холы, Боҙ һарайы һәм «Аҡбуҙат» ипподромы — төҙөүҙә ҡатнашҡан предприятиелар алып бара. Төҙөлөш 2009 йылда төҙөүгә бүленгән аҡсаларҙың юғалыуы сәбәпле туҡтатыла.
Remove ads
Һүрәтләмә
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads