Ғайсин Әхмәт Исламғәли улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ғайсин Әхмәт Исламғәли улы (1 сентябрь 1937—1982) — башҡорт шағиры, журналист. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1966 йылдан КПСС ағзаһы.

Ҡыҫҡа факттар Исеме:, Тыуған көнө: ...
Remove ads

Биографияһы

Ғайсин Әхмәт Исламғәли улы 1937 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылында тыуған. 1955 йылда тыуған ауылындағы урта мәктәпте, 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Ҡыҙыл таң» гәзитенең Туймазы районы буйынса үҙ хәбәрсеһе булып башлай, артабан йәштәр гәзите "Ленинсы"ла әҙәби хеҙмәткәр була.

Әхмәт Ғайсин 1982 йылда Өфөлә вафат була.

Remove ads

Әҙәби ижады

Әхмәт Ғайсиндың тәүге шиғырҙары 1954 йылдан республика гәзит һәм журналдарында баҫыла башлай. 1962 йылда уның беренсе шиғри йыйынтығы «Яҙғы таң» исеме менән донъя күрә. Артабан әҙиптең «Ҡанат» (1967), «Иртәгәм» (1971) һәм «Беҙ йәшлеге илдең» (1975) китаптары баҫыла.

1974 йылда шағир СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Китаптары

  • Яҙғы таң: Шиғырҙар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962.
  • Ҡанат: Шиғырҙар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1967.
  • Иртәгәм: Шиғырҙар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971.
  • Беҙ йәшлеге илдең: Шиғырҙар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 август 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 август 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 22 август 2017)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 август 2017)
Remove ads

Һылтанмалар

Ай­дар Кара­чурин. Певец родного края // Благоварские вести : гәзит. — 03.11.2012.

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads