Әһле әс-сүффа
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Әһле әс-сүффа (ғәр. أهل الصفة؛ أصحاب الصفة, рус. Ахль Ас-суффа или асхаб Ас-суффа) — урындыҡ кешеләре йәки лапаҫ кешеләре)- Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) ярлы көрәштәштәре. Уларҙың Мәҙинәлә һыйыныр урыны булмай һәм Пәйғәмбәр мәсетенең лапаҫында йәшәйҙәр. Әһле әс-сүффа араһынан йәмғеһе 93 кешенең исеме билдәле, шул уҡ ваҡытта мәсеттә бер юлы 30-ҙан артыҡ кеше йәшәмәй. «Лапаҫ кешеләре» араһында Мөхәммәтте (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) күреү маҡсаты менән Мәҙинәгә килгән юлсылар ҙа була.

Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Remove ads
Тарихы
Мөхәммәт пәйғәмбәр, (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) иғәнәләрҙең бер өлөшөн биреп һәм уларға дәүләт ҡаҙнаһынан аҡса түләп, «лапаҫ кешеләре» хаҡында хәстәрлек күргән. Өҙлөкһөҙ доға һәм ураҙа тотоуҙан тыш, әс-сүффа әһелдәре уҡыу-яҙыуҙан тыш хәҙистәрҙе лә ныҡлап өйрәнә. Уларҙың уҡытыусылары араһында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) Ибн Мәсуд, Әбү ад-Дәрдә, Ғөбәй ибн Ҡаб, Муаз ибн Жәбәл һәм Убада ибн әс-Сәмит кеүек күренекле көрәштәштәре була. Мосолмандар фекеренсә, әс-сүффа әһелдәре тәүге мосолман уҡыу йортона (мәҙрәсә) нигеҙ һалған.[1].
«Лапаҫ кешеләре» араһында хәҙистәрҙең билдәле тапшырыусылары бар (Әбү Һөрәйрә, Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр һәм Әбү Сәйет әл-Худри), беренсе мәзиндәр (Биләл һәм Ғабдуллаһ бин Өммө Мәктүм) һәм Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) башҡа көрәштәштәре була[1].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads