Өрөк (емеш)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Өрөк (емеш)
Remove ads

Өрөк рус. Абрикос (фрукт) — өрөк (абрикос) ағасы емеше, ғәҙәттә, уны ябай өрөктән (лат. Prunus armeniaca Lin. Lam vulgaris Armeniaca.) алалар[2][3], шулай уҡ маньчжур абрикосы (Prunus mandshurica), япон абрикосы (Prunus mume), себер абрикосы (Prunus sibirica)[4], бриансон абрикосы (Prunus brigantina)[5], ҡайһы бер гибрид төрҙәрҙең емештәрен дә өрөк тип атайҙар[6]

Ҡыҫҡа факттар Төҫ, Энергетическая ценность ...
Thumb
Remove ads

Тышҡы күренеше

Өрөккә төҫтө уның матдәләрендәге каротиноидтар бирә[7].

Аҙыҡ ҡиммәте

Емеше составында шәкәр, витаминдар, органик кислоталар (лимон һәм алма), каротин, минералдар бар. Кеше өсөн калий, каротин, С витамины[8][7] сығанағы булып тора, хәйер, С витамины бик күп түгел: 1 мг-да — 10 мг. Тимер ҙә әҙерәк 100 г-ға — 0,4 г мг, был оло кешенең тәүлек ихтыяжының 3-4 % тәшкил итә

Өрөктә калория әҙ (100 г-ға 48 ккал)[7], шуға күрә диетик аҙыҡ булараҡ яҡшы[9].

Өрөктән ҡайнатма, джем, һут, компот, марципан һәм цукат, шулай уҡ ликёр һәм шараптар эшләйҙәр. Шулай уҡ бәлеш һәм билмәндәргә эслек сифатында ҡулланалар[8].

Бынан тыш, өрөк киптергән ваҡытта файҙалы сифаттарын һаҡлап ҡала. Һөйәкһеҙ киптерелгән өрөктәр күрәгә тип атала, төшө эсенән емен сығарып кире өрөк эсенә тығып ҡуйылғаны — аштак-паштак[10][11][12]тип атала.

Өрөктөң төшө асыҡ-көрән, еме ҡырҡыуыраҡ[13]. Уны ашайҙар, шулай уҡ марципан эшләйҙәр[14]. Ҡайһы саҡ әсе миндаль урынына ҡулланалар.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads