12-се лицей (Ишембай)

инновацион белем биреү программаларын ҡулланып эшләгән дөйөм белем биреү учреждениеһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ишембай ҡалаһының 12-се лицейы1940 йылдың 16 авгусында 16-сы мәктәп булараҡ асыла. Хәҙерге тулы исеме: Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы Ишембай ҡалаһының 12-се лицей муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы — Ишембай ҡалаһының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...

Remove ads

Дөйөм мәғлүмәттәр

Адресы: Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай ҡалаһы, Губкин урамы, 41. Транспорт өсөн туҡталыш: «12-се Лицей»[1]

Уҡыусылар һаны — 590, уҡытыусылар — 36 (шуларҙың 50 проценты юғары квалификация категорияһына эйә, 30 процентының званиелары бар).

Етәкселеге

Беренсе директор — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы Адмаев Александр Федорович.

2002 йылдан — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Винокурова Валентина Васильевна.

Remove ads

Тарихы

башы

1940 йылдың 16 авгусында 16-сы мәктәп булараҡ асыла.

СССР тарҡалғанға тиклем 12-се мәктәп булараҡ эшләй.

Хәҙерге тарихы

Белем биреү учреждениеһы 1992 йылдың февралендә 12-се дөйөм белем биреү мәктәбе нигеҙендә ойошторола һәм ҡалалағы берҙән-бер лицейға әйләнә.

1998 йылдан өлкән класс уҡыусыларын физик-математик, химик-биологик һәм социаль-иҡтисади йүнәлештәр буйынса уҡытыу башлана.

1999 йылдың декабренән уҡыу йорто хәҙерге статусында эшләй һәм әлеге атамаһын йөрөтә. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлығының 1999 йылдың 21 декабрендәге 963-сө ҡарарына ярашлы 12-се лицей муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы булдырыла, ул 12-се лицей муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһының хоҡуҡ вариҫы була[2]

2006 йылда лицей инновацион белем биреү программаларын ҡулланып эшләгән дөйөм белем биреү учреждениеларының Бөтә Рәсәй конкурсындпа еңеп сыға.

2011 йылда лицей уҡыусылары физика буйынса Башҡортостан Кубогын яулай[3]

2011 йылдың апрелендә Ишембайҙың 12-се Лицейы уҡыусыһы Лидия Кочемасова обществознание фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры була.[4]

2012 йылда Х Бөтә Рәсәй «Хат яҙыу буйынса иң яҡшы дәрес» конкурсының төбәк этабында лицей уҡыусылары Вероника Шерсткина (8 класс уҡыусыһы, «1941-се йылға хат» номинацияһы), Эллина Гимранова (7 класс уҡысыһы, Халыҡ-ара номинацияла) еңеп сыға[5]

2014 йылда 12-се Лицейҙың биология уҡытыусыһы Ермакова Светлана Николаевна «Башҡортостандың Йыл уҡытыусыһы-2014» конкурсында абсолют еңеүсе була[6][7][8][9]

2014 йылда Лицей уҡыусыларҙың талантын үҫтереү буйынса юғары мөмкинлектәр тәьмин иткән 200 белем биреү ойошмаһы[10][11][12][13] һәм илдең 500 иң яҡшы мәктәбе исемлектәренә инә.[14][15][16][17]

2017 йылда лицей уҡыусыһы Анастасия Бочкарёва «Рәсәй Федерацияһы гражданины булыу нимәне аңлата» темаһына ролик төшөрөүҙе талап иткән Бөтә Рәсәй[18] «Беҙ Рәсәй граждандары» конкурсында еңеп сыға һәм, башҡа еңеүселәр кеүек үк, Кремлдә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимира Владимировича Путин ҡулынан паспорт ала[19][20][21][22].

Шул уҡ йылда 12-се лицей Рәсәйҙең мәктәп уҡыусылары хәрәкәте проектын тормошҡа ашырыусы мәктәптәр иҫәбенә инә. Лицеист Никита Епифанов Бөтә Рәсәй «Минең шәхси көндәлегем» иншалар конкурсында еңә[23]

2018 йылда Ишембайҙың 12-се лицейы 5-7 класс уҡыусылары араһында үткәрелгән «Китап уҡыусы ата-әсәләр — китап уҡыусы балалар» республика конкурсының лауреаты була.[24]

Remove ads

Лицейҙы тамамлаусылар

2017 йылға уҡыу йортон 2,9 мең бала тамамлай. Улар араһында түбәндәгеләр бар:

Н. А. Новиков — Мәскәү ҡалаһының Арбитраж суды рәйесе (2017 йылдан).

Ә. Ф. Өмөтбаев — «Восход» гәзитенең баш мөхәррире.

Ю. А. Козлов — Зенит йәштәр футбол клубы уйынсыһы[25][26].

Мәҙәни объекттар

2007 йылда лицей бинаһына Афғанстанда һәләк булған М. С. Таймасовҡа һәм А. А. Анофревҡа, Чечняла һәләк булған М. В. Филипчевҡа мемориаль таҡталар ҡуйыла.[27].

Матбуғат

Мәктәптә «САМОЕ ТО!» гәзите сығарыла. 2016 йылдың февралендә уның редакцияһы Бөтә Рәсәй Мәктәп матбуғаты конкурсы лауреаты исемен яулай.[28]

Спорт

Баскетбол

2015 йылдан 12-се лицей даими рәүештә баскетбол буйынса «КЭС-БАСКЕТ» муниципаль ҡала этабы, шулай уҡ зона ярыштары призеры[29].

Шашкалар

Мәктәп командаһы Рәсәйҙең «Мөғжизәле шашкалар» мәктәп командалары ярышының муниципаль этабында[30]даими ҡатнаша[31]; республика кимәлендә призлы урындар яулай[32][33][34][35], Рәсәйҙең финал ярыштарында ла ҡатнаша.

Әҙәбиәт

  • Ишимбайский лицей № 12//Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 265—266. — 656 с. 3000 экз. ISBN 978-5-88185-205-4.
  • Лицей № 12 г. Ишимбая. — Уфа : Изд-во БИРО, 2000. — 87 с., [2] л. ил. : ил., табл.; 20 см. — (Библиотечка инноватики и технологизации образования. Сер. «Инновац. шк. — технология становления» / Башк. ин-т развития образования; Вып. 4).; ISBN 5-7159-0243-6
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads