Бобер Николай Васильевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Бобер Николай Васильевич (1 август 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, 1992—1998 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Милләте — украин[2]

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Николай Васильевич Бобер 1947 йылдың 1 авгусында БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ районы Яблуновка ауылында тыуған.

1976 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.[3]

1966—1969 йылдарҙа —"Востокнефтезаводмонтаж" трестының монтаж идаралығы слесарь-монтажсыһы, 1969—1971 йылдарҙа — трестың ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары.

1971—1984 йылдарҙа — «Востокнефтезаводмонтаж» тресының монтаж идаралығы мастеры, монтаж участкаһы етәксеһе, «Бирскмежрайгаз» тресының баш инженеры, идарасыһы.

1984—1987 йылдарҙа — Бөрө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.

1987—1992 йылдарҙа — Бөрө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1992—1998 йылдарҙа — Бөрө ҡала хакимиәте башлығы, 1998 йылдан Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы хакимиәте башлығы.

48-се Иглин һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана[4][5]

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғаиләһе

Өйләнгән, ғаиләһендә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads