Санкт-Петербург дәүләт урман техник университеты
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Санкт-Петербург дәүләт урман техник университеты (рус. Санкт-Петербу́ргский госуда́рственный лесотехни́ческий университе́т им. С. М. Ки́рова (СПбГЛТУ) (Лесотехническая академия, ЛТА исеме менән билдәле)) — Санкт-Петербургта юғары уҡыу йорто, 1803 йылда император Александр I указына ярашлы асылған.
Санкт-Петербург дәүләт урман техник университеты - юғары һәм юғары уҡыу йортонан һуң һөнәри белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырған дәүләт юғары уҡыу йорто; урман хужалығы, урман, ағас эшкәртеү, урман-химия, целлюлоза-ҡағыҙ, гидролиз сәнәғәте өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙе, ҡайтанан әҙерләүҙе һәм уларҙың квалификацияһын күтәреүҙе тормошҡа ашыра; фундаменталь тикшеренеүҙәр һәм практик тикшеренеүҙәр алып бара. Университет Рәсәй Федерацияһы юғары урман техник уҡыу йорттарының төп ғилми һәм методик үҙәге булып тора.[5].
Remove ads
Тарихы
Уҡыу йорто 1917 йылҫа тиклем
1803 йылдың 19 майында Александр I-нең Царское село ауылында Ғәмәли урман училищеһын ойоштороу тураһында положениены раҫлаған указы сыға[6]. Ҡайһы бер рәсми документтарҙа уҡыу йорто Царское село урман институты тип атала.
1811 йылдың ғинуарында Царское ауыл урман институты Санкт-Петербургтың Выборгская сторона тигән өлөшөнә күсерелә (институт ағастан эшләнгән иҫке фермала урынлашҡан була). Орлов исемендәге урман институты менән ҡушылғандан һуң (1808 йылда Дәүләт урмандары директоры Орлов ойошторған) Форст-институт тип атала башлай.
1813 йылда Форст-Институтҡа Козельский урман институты ҡушылған (1804 йылда нигеҙ һалынған). Берләшкән уҡыу йорто Санкт-Петербург урман институты тип атала.
1826-1833 йылдарҙа архитекторҙар И. Лукини а Неллингер тарафынан дүрт айырым академик корпус төҙөлә.
1829 йылда Форст-институт Урман институты тип үҙгәртелә, уҡыу курсы 4 йылдан 6 йылға тиклем арттырыла һәм унда 10-14 йәшлек балаларҙы ҡабул ителә башлай.
1837 йылда Санкт-Петербург урман институты Урман һәм межалау институты исеме аҫтында хәрби-уҡыу йорто тип үҙгәртеп ҡорола. 1862 йылда Урман һәм межалау институты ябыла. Урман академияһы ойошторола. 1863-1864 йылдарҙа Земство институтының Урман академияһы бинаһына Гора-гороктан Санкт-Петербургка күсерелә. Агрономия һәм урман бүлектәренән торған Санкт-Петербург ер хужалығы институты ойошторолған.
1865 йылда Урман академияһы ябыла. 1877 йылдың ноябрендә Санкт-Петербург урман институтын үҙгәртеп ҡороуға бәйле агрономия бүлеген ябала. 1914 йылдан Санкт-Петербург урман институты Петроград урман институты тип атала.
Remove ads
Уҡыу йороо 1917 йылдан һуң
1924 йылда институт Ленинград урман институты тип атала.
1929 йылдың 26 ноябрендә Урман техник академияһын үҙгәртеп ҡороу тураһында Ленинград урман институтын ойоштороу тураһында Бөтә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары сыға.
1935 йылдың 27 сентябрендә Ленинград урман-техник академияһына С. М. Киров исеме бирелде.
1953 йылдың 15 октябрендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән М. Киров исемендәге Ленинград урман техник академияһы Ленин ордены менән бүләкләнгән.
1992 йылдың 13 февралендә Ленинград урман-техник академияһы М. Киров исемендәге Ленин орденлы Санкт-Петербург урман техник академияһы тип үҙгәртелә. 1993 йылдың 26 июлендә - М. Киров исемендәге Санкт-Петербург урман техник академияһы исеме бирлелә. 1997 йылдың 30 апрелендә М. Киров исемендәге Санкт-Петербург дәүләт урман техник академияһы тип атала. 2011 йылдың 10 февралендә университет статусы бирелә.

Remove ads
Институттар, факультет һәм бүлектәр
Урман-техник университетының бүлектәре, алты институты Санкт-Петербургтың 1827 йылда асылған боронғо паркы биләмәһендә урынлашҡан, институт биләгән дөйөм майҙан 65 гектарҙан ашыу.
- Тәбиғи фәнни һәм гуманитар белем биреү бүлеге (ОЕГО)
- Урман һәм тәбиғәттән файҙаланыу институты (ИЛП)
- Урман технологик машиналар һәм транспорт институты (ИТМТЛ)
- Ағас биомассаһын һәм техносферик именлекте химик эшкәртеү институты (ИХПБДТБ)
- Урман секторының идара итеү һәм иҡтисад институты (ИУЭЛС)
- Ландшафт архитектура, төҙөлөш һәм ағас эшкәртеү институты (ИЛАСиОД)
- Квалификацияны күтәреү тармаҡ-ара институты (МИПК)
- Урта һөнәри белем биреү факультеты (КАЛП)
Тышҡы күренеше
2020 йылдың 5 майында VK «Forest Today - про лес и лесной сектор»[7] СПбГЛТУ биналары һәм парк фотолары күрәһетелде:
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads





