Сибай баҡыр-цинк колчеданы ятҡылығы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Сибай баҡыр-цинк колчеданы ятҡылығы — Рәсәйҙең баҡыр-цинк колчеданы ятҡылығы, Башҡортостанда, Сибай ҡалаһы янында урынлашҡан. 1913 йылда асылған. Үҙләштереү XX быуаттың 30-сы йылдарында башлана.

Remove ads

Ятҡылыҡҡа характеристика

Риолитбазальт формацияһы тоҡомонан (карамалыташская свита, D2zv1) һалынған һәм көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай текә ярылған. Мәғдән матдәләре кварц риолиттары ҡатламдарының өҫкө һәм аҫҡы бәйләнештәрендә ята. Мәғдән ятҡылығы буйынса төп Яңы Сибай ятышы өс ҡеүәтле сульфид мәғдәне линзаларынан тора, улар бер-береһе өҫтөндә урынлашҡан һәм бер мәғдән бағанаһы менән тоташҡан. Яңы Сибай ятышы линза системалары өсөн берҙәм теүәл зоналыҡ менән билдәләнә.

Remove ads

Ятҡылыҡтар операторҙары

1915 йылда Көньяҡ Урал тау акционерҙар йәмғиәте тәрәнлеге 42 метрлыҡ эшкәртеү шахтаһына юл һала. 1944 йылдың ғинуарында баҡыр иретеү заводы асыла. 1948 йылдың 25 мартында СССР Министрҙар Советы ҡарары менән Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты ойошторола. 1986 йылда Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 2004 йылда «Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының» Сибай филиалына әйләндерелә.

Remove ads

Тәү асыусылар

  • Исхаҡ Фәләх улы Мотаев
  • Федор Устинович Ковалев
  • Сергей Анатольевич Петропавловский

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads