Талалаевка ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы)

Рәсәй, Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл биләмәһе, 2008 йылда бөтөрөлә From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Талалаевка ауыл Советы — Стәрлетамаҡ районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлә. Почта индексы — 453155. ОКАТО коды — 80249884000. ИФНС коды — 0242. Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законына» ярашлы 2004 йылдың 16 декабренән ауыл биләмәһе статусына эйә[1].

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

2008 йылда Подлесный ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә .

Remove ads

Ауыл советы составында

2004 йылға Талалаевка ауыл Советы составына түбәндәге ауылдар инә: Талалаевка ауылы — административ үҙәк, Валентиновка, Ведерниковка, Спасский ауылдары (өҫтәмә 44ш);[1]

Элегерәк түбәндәге бөтөрөлгән ауылдар ҙа Талалаевка ауыл Советы составына ингән була:

Белороевка ауылы (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1982 йылдың 7 июлендәге 6-2/193-сө һанлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеш буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән алыу ташлау тураһындағы» Указы)

Новотроицкий ауылы (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге 6-2/396-сы һанлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеш буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән алыу ташлау тураһындағы» Указы)

2-се Яңы Ҡуғанаҡ ауылы (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1989 йылдың 25 июлендәге 6-2/273-сө һанлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеш буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән алыу ташлау тураһындағы» Указы).

Леушин ауылы (1950-1960-сы йылдарҙа бөтөрөлә).

Remove ads

Тарихы

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законында түбәндәге юлдар бар[2]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:

40) Стәрлетамаҡ районы буйынса:

д) «Подлесный» атамаһын һаҡлап, Подлесный һәм Талалаевка ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Подлесный ауылында урынлаштырырға.

Талалаевка ауыл Советының Валентиновка, Ведерниковка, Спасский ауылдарын Подлесный ауыл Советы территорияһы составына индерергә.

Подлесный ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Талалаевка ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

Remove ads

Йылға

Ҡуғанаҡ йылғаһы.

Халҡы

Географик урыны

2008 йылға Ҡуғанаҡ ауыл Советы, Подлесный ауыл Советы , Покровка ауыл Советы , Краснояр ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш була («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»)[3].

Автомобиль юлдары

Стәрлетамаҡ — Раевка

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads