Хеҙмәт бурысын башҡарғанда һәләк булған янғын һүндереүселәргә һәйкәл

From Wikipedia, the free encyclopedia

Хеҙмәт бурысын башҡарғанда һәләк булған янғын һүндереүселәргә һәйкәлmap
Remove ads

Хеҙмәт бурысын үтәү ваҡытында һәләк булған янғын һүндереүсегә һәйкәл Өфө ҡалаһы, Киров районының Цюрупа урамындағы 2-се янғын һүндереү бүлеге янында ҡуйылған.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Remove ads

Тарихы

Һәйкәл 2003 йылдың 29 апрелендә Янғындан һаҡлаусылар көнөнә ҡарата асылған. Мемориал янғын һүндергәндә һуңғы 50 йылда һәләк булған 47 янғын һүндереүсенең яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Һәйкәл баҡыр ҡыңғырауға янғын телдәре үрмәләүен сағылдыра. Ул мәрмәр стелланан тора. Ташта мәрхүм булған 47 янғын һүндереүсенең исеме яҙылған. Һәйкәлдең авторы- Хәниф Хәбибрахманов. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы янында ҡуйылған Салауат Юлаев һәм Заһир Исмәғилев һәйкәлдәренең дә авторы.

Гранит плитала рус һәм башҡорт телдәрендә ошо һүҙҙәр яҙылған

ВЕЧНАЯ ПАМЯТЬ ПОГИБШИМ ПОЖАРНЫМ ПРИ ИСПОЛНЕНИИ СЛУЖЕБНОГО ДОЛГА

ХЕҘМӘТ БУРЫСТАРЫН БАШҠАРҒАН ВАҠЫТТА ҺӘЛӘК БУЛЫУСЫ ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘРГӘ ХӘТЕР МӘҢГЕЛЕК

Мемориалды асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы президенты М. Ғ. Рәхимов ҡатнашты. Һәйкәл төбөнә президент һәм башҡа рәсми вәкилдәр, туғандары һәм хеҙмәттәштәре тарафынан кәрзин менән сәскәләр ҡуйылды.

Remove ads

Һылтанмалар

Remove ads
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads