Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығы
Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығы — Ростов өлкәһенең Аҙау ҡалаһындағы музей, Рәсәйҙең көньяғындағы иң бай палеонтология коллекцияһы булған иң эре музейҙарҙың береһе. Музейға 1917 йылдың 17 майында Михаил Аронович Макаровский нигеҙ һалған. Музейҙа 168 кеше эшләй, шулар араһында 29 хеҙмәткәр фән дәрәжәһенә эйә, музей хеҙмәткәрҙәре әүҙем рәүештә ғилми эш менән шөғөлләнә һәм уларҙың эштәре реферирланған журналдарҙа баҫыла.
Read article