Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы — Башҡортостан Республикаһының юғары дәүләт фәнни учреждениеһы. Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумының 1991 йыл 6 февраль Указы менән республиканың фәнни-техник потенциалын һаҡлау, нығытыу һәм үҫтереү өсөн ойошторолған. Академия республиканың һәм уның күп милләтле халҡының фәнни үҫеше мәсьәләләрен хәл итә, республика ойошмалары, вуздары һәм предприятиеларының тикшеренеү, инновацион эшмәкәрлеген интеграциялауҙа әүҙем ҡатнаша, фән менән мәғариф араһындағы бәйләнеште нығыта, республика ғилми йәмәғәтселегенең Рәсәйҙең һәм донъя илдәренең фәнни берләшмәләре менән хеҙмәттәшлеген үҫтерә. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының эше Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланыусы республика ғилми-техник программаларына һәм Республика Башлығының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә нигеҙләнә.





