Map Graph

Петроградта октябрь ҡораллы ихтилалы

Петроградта октябрь ҡораллы ихтилалы — 1917 йылдың 24-26 октябрендә РСДРП(б) етәкселегендә ҡыҙыл гвардия, Петроград гарнизоны һалдаттары һәм Балтик флоты матростары көсө менән тормошҡа ашырылған ихтилал. Уның менән туранан-тура Петроград советының Хәрби-революцион комитеты етәкселек итә. Ихтилал һөҙөмтәһендә Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла һәм совет власын урынлаштырыла. Октябрь ҡораллы ихтилалы Рәсәйҙә 1917 йылғы Октябрь революцияһының хәл иткес ваҡиғаһы була.

Read article
Файл:Stormningen_av_vinterpalatset.jpgФайл:Рукопись_резолюции_Ленина_от_10_(23)_октября_1917.gifФайл:Смольный.jpgФайл:Avrora1917Petrograd.jpg