Map Graph

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты —Ишембай ҡалаһының муниципаль бюджет дѳйѳм белем биреү учреждениеһы. Ҡаланың иң абруйлы мәғариф учреждениеларының береһе. Беренсе тапҡыр тулы булмаған урта башҡорт мәктәбе 1935 йылда иҫкә алына. 1937 йылдан башлап, 3-сө башҡорт урта мәктәбе, 1961 йылдан — 2-се интернат-мәктәп. 1992—2012 йылдарҙа — Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты. Зәки Вәлиди исемендәге гимназияла даими рәүештә «Вәлиди уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙа «Мѳғжизәле шашка» ярышында бер нисә тапҡыр еңеүсе була. Башҡорт гимназияһында шашка буйынса олимпия резервының Ишембай мәктәбе филиалы эшләй. Гимназияны тамамлаусылар араһында донъяның иң көслө шашка уйынсылары бар.

Read article
Файл:BRGI№2.jpgФайл:БГИ№2_г.Ишимбая.jpgФайл:Давлетшина_Гульсира.jpg