Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (Aftanumьjalь Başqortostan Satsьjal Səvittər Jɵmhyrejəte[2]Başqortostan Avtonomialь Sovet Sotsialistik Respublikahь[3]) — РСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы.
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы, Başqortostan Avtonomijalь Sovet Sotsialistik Respublikahь | |||||
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, Başqortostan Avtonomialь Sovet Sotsialistik Respublikahь | |||||
| |||||
Баш ҡала |
Стәрлетамаҡ | ||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр | |||||
Аҡса берәмеге | |||||
Майҙаны |
156 000 км² (1922)[1] | ||||
Халҡы |
3 950 482 кеше (1989) | ||||
Идара итеү формаһы | |||||
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә | |||||
1919 йылдың 20 мартында Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) биләмәләрендә ойошторола. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше Өфө губернаһында урынлаша һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан идара ителә.
Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетының 1922 йылдың 14 июнендәге декреты буйынса рәсми документтарҙа Автономиялы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһы булараҡ йөрөтөлә башлай[4].
1925 йылдың 27 мартында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был Конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләй; уның буйынса Башҡорт АССР-ы Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан тора. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшеү һәм яҙыу хоҡуғын ала. Бер үк ваҡытта республикала йәшәгән аҙ һанлы милләттәргә лә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡытыу хоҡуғы тәьмин ителә. Рәсми телдәр булып башҡорт һәм урыҫ телдәре таныла[5].
1990 йылдың 11 октябрендә «Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителә.
1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы атамаһы Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә[6].
1992 йылдың 31 мартында Рәсәйҙең башҡа республикалары менән бергә Башҡортостан исеменән дә яңы федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Рәсәйҙең Юғары Советы таратылып, Рәсәй Федерацияһының яңы Конституцияһы ҡабул ителгәс, 1993 йылдың 24 декабрендә республиканың да яңыртылған Төп Законы ғәмәлгә инә.
Башҡорт АССР-ы РСФСР составында беренсе авономиялы совет республикаһы була[7].