Башҡорттар
халыҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорттар (Başqorttar) — төрки телле милләт, Башҡортостан Республикаһының һәм шул уҡ исемдәге тарихи-география өлкәнең төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттар үҙҙәренең тарихи йәшәйеш төбәктәре булған Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, шулай уҡ Татарстан Республикаһында һәм Пермь крайында күпләп көн итә. Бынан тыш башҡорттар Рәсәй Федерацияһының бөтә биләмәләрендә лә, Яҡын һәм Алыҫ сит илдәрҙә лә бар.
Ҡыҫҡа факттар Туған тел, Дәүләт ...
Башҡорттар | |
башҡорт | |
Флаг | |
Туған тел | башҡортса, урыҫ теле һәм татар теле |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй Ҡаҙағстан Украина Үҙбәкстан Эстония Беларусь Ҡырғыҙстан Латвия Литва Төркмәнстан |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Халыҡ һаны | 1 700 000 кеше[1] |
Ҡайҙа өйрәнелә | Башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеме |
Мәзһәб | Хәнәфи мәҙһәб |
Башҡорттар Викимилектә |
Ябырға
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Башҡорттар (мәғәнәләр).
Башҡорттарҙың Рәсәй Федерацияһындағы һан иҫәбе (2002) — 1 673 389 кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында — 1 221 302. Башҡорт теле Алтай ғаиләһе төрки төркөмөнөң көнбайыш тармағына инә, тармаҡланған диалект структураһы бар. Дин тотҡан башҡорттар — мосолман-сөнниҙәр.