Төр тураһында төшөнсәнең формалашыуы

Карл Линней — хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең хәҙерге биологик систематикаһына нигеҙ һалыусы

XVII быуат аҙағына хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең төрлөлөгө тураһында бик күп мәғлүмәт туплана.

Натуралистар үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың яңынан-яңы формаларын тасуирләгәндәр. Был йәнле тәбиғәттең реаль төркөмдәр — төрҙәрҙән тороуы тураһында төшөнсә барлыҡҡа килтергән.

Бер төргә кергән заттар бер-береһенә бер ғәилә балалары һымаҡ оҡшаған. Шул уҡ ваҡытта, икенсе бер шундай уҡ үҙ-ара оҡшаш заттар йыйылмаһынан айырыла. Мәҫәлән, бүре, төлкө, ҡарға, ҡабыҡ, имән, ҡайын, бойҙай, һоло һәр береһе айырым төр тип һаналған.

Тасуирланған төрҙәр һанының артыуы:

- тупланған мәғлүмәттәрҙе бер системаға һалыуҙы,

- уларҙың исемдәрен стандартлаштырыуҙы,

- иерархик система төҙөүҙе,

- бының өсөн ҙурыраҡ системалы берәмектәр төҙөүҙе талап иткән.

Шулай итеп, үҫемлектәр һәм хайуандар, донъяһының классификацияһын эшләү зарурлығы тыуған. Биологияның яңы тармағы — систематика барлыҡҡа килгән.

Систематика— үҫемлектәрҙе һем хайуандарҙы үҙҙәренең оҡшаш һәм бер-береһенән айырмалы яҡтарына ҡарап төркөмдәргә бүлеү менән шөғөлләнә торган фән.

Был йүнәлештә төп эш булып натуралист Карл Линнейҙың «Тәбиғәт системаһы» (1735) тора. Был хеҙмәттә хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең хәҙерге заман систематикаһына нигеҙ һалына.

Линией системаһының иң бәләкәй һәм төп берәмеге булып төр һанала.

Линней оҡшаш төрҙәрҙе ырыуға, ә оҡшаш ырыуҙарҙы отрядҡа һәм кластарға берләштерә.

Төр атамаһы

Һәм төрҙө билдәләү өсөн икеләтә латин номенклатураһын (бинар номенклатура) индерә.

Төрҙөң исеме ике һүҙҙән төҙөлә:

-беренсе һүҙ итеп был төр ингән ырыу исеме алына (нимә ул тигән һорауға яуап бирә) ,

- икенсе һүҙ итеп ырыу атамаһына сифат һүҙе өҫтәлә (ниндәй тигән һорауға яуап бирә).

Шулай итеп, итөрҙөң исеменән үк уның ниндәй ырыуға ҡарағанын .белеп була. Мәҫәлән, Туғай клеверы, Тау клеверы, Аҡ айыу, Һоро айыу, Ғәҙәти шимпанзе, Кәрлә шимпанзе һәм башҡалар.

Линней, үҙенә тиклемге ғалимдар тәҡдим иткәнсә, үҫемлектәрҙең һом хайуандарҙың һәр бер төрөна латинса исем биргән:

- Canis familiaris— йорт эте,

- Canis lupus— ғәҙәти бүре,

-Felis dottiestiса— йорт бесәйе,

-Felis silvestris —урман бесәйе,

-Felis lybica —дала бесәйе

- Ribes rubrum — ҡыҙыл ҡарағат.

Латинса атамалар төрлө илдәрҙең ғалимдарына бер-береһе менән арала­шырға ярҙам итә. Ике исемле номенклатура арҡаһында бер ырыуға ингән төрҙәрҙең оҡшашлығын, дөйөмлөгөн, берҙәмлеген белеп була.

Карл Линней төрҙәрҙе — ырыуҙарға, ырыуҙарҙы — отрядтарға, отрядтарҙы кластарға берләштереп иерархиялы системаға нигеҙ һала. Бер-береһенә эҙмә-эҙ буйһонған таксондар — система төркөмдәре принцибын булдыра.

XVIII быуат аҙағында донъяның күпселек биологтары Линней системаһын ҡабул итә.

Thumb
Биологик классификацияның төп һигеҙ таксономик рангтары. Тереклек домендарҙан тора, һуңғылары артабан группаларға бүленә. Аралаш төп булмаған рангтар бында күрһәтелмәгән.
Thumb
Карл Линней «Үҫемлек төрҙәре» (Species Plantarum) хеҙмәтенең титул бите.
Хеҙмәтте нәшер итеү датаһы — 1753 йылдын 1 майы биологик систематиканы ҡабул итеү датаһы тип иҫәпләнә.

Шулай итеп:

- Төр (лат. species) — морфологик, физиологик һәм биохимик үҙенсәлектәре нәҫелдән килеү буйынса оҡшаш булған, иркен ҡауышыусы һәм үрсемле тоҡом биреүсе, йәшәүҙең билдәле бер шарттарына яраҡлашҡан һәм тәбиғәттә билдәле бер өлкәлә — ареалда йәшәгән заттар йыйылмаһы.

- Төр — тере организмдарҙың (хайуандар, үҫемлектәр һәм микроорганизмдар) систематикаһының төп берәмеге. Элементар (иң бәләкәй) таксономик һәм систематик берәмек.

Төр критерийҙары

Төрҙәр бер-береһенән бик күп билдәләр менән айырыла. Төрҙөң үҙе өсөн генә хас билдәләрен һәм үҙсәнлектәрен критерийҙар тип атайҙар. Төрҙөң бер нисә критерийын айырып йөрөтәләр.

Морфологик критерий нигеҙендә бер төр заттарының тышҡы һәм эске төҙөлөшөнөң оҡшашлығы ята. Әммә ҡайһы саҡта бер төр эсендәге заттар шул тиклем үҙгәреүсән була. Тик морфологик билдәләре буйынса ғына төрҙө билдәләү мөмкин булмай.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төрҙәр морфологик яҡтан шул тиклем ныҡ оҡшаш булырға мөмкин.

Әммә ул төрҙәрҙең заттары бер-береһе менән ҡауышмайҙар. Былар — игеҙәк төрҙәр. Уларҙы ғалимдар бөтә систематик төркөмдәрҙә лә табалар. Мәҫәлән, ҡара ҡомаҡтың 38 һәм 42 хромосомалы ике игеҙәк төрө бар.

Элек бер төр тип иҫәпләнгән тапма (биҙгәк) серекәйенең 6 игеҙәк төрөн асҡандар. Шулай итеп, төрҙө айырыу өсөн морфологик билдәләр генә етмәй.

Генетик критерий — ул һәр төр өсөн генә хас булған билдәле һандағы, ҙурлыҡтағы һәм формалағы хромосомалар йыйылмаһы.

Был — төрҙөң төп билдәһе. Төрлө төрҙәргә ҡараған заттарҙың хромосомалар йыйылмаһы ла төрлөсә була. Шуға күрә улар ҡауыша алмай һәм тәбиғи шарттарҙа бер-береһенән айырылған була.

Физиологик критерий нигеҙендә бер төргә ҡараған заттар тереклегенең бөтә процестары оҡшаш булыуы, иң элек үрсеү оҡшашлығы, ята.

Төрлө төр вәкилдәре, ғәҙәттә, ҡауышмайҙар. Ҡауышһалар ҙа, тоҡом ҡалдыра алмайҙар.

Төрҙәрҙең ҡауыша алмауы уларҙың енес органдарының төҙөлөшөндә, үрсеү ваҡыттарында айырмалыҡтар булыу менән аңлатыла.

Әммә тәбиғәттә ҡайһы бер төрҙәр ҡауыша һәм үрсемле тоҡом ҡалдыра ала (һары турғайҙарҙың, ҡыҙылтүш турғайҙарҙың, тирәктәрҙең, талдарҙың ҡайһы бер төрҙәре).

Тимәк, заттарҙың ҡайһы төргә ҡарауын билдәләү өсөн физиологик критерий етерлек түгел.

Географик критерий — ул тәбиғәттә төр таралған билдәле бер ареал. Уның ҙур йәки бәләкәй, өҙөк-өҙөк йәки өҙлөкһөҙ булыуы мөмкин.

Бөтә ерҙә лә таралған төрҙәр бар. Уларҙың күбеһе кеше эшмәкәрлеге менән бәйләнгән (ҡый үләндәренең күп төрҙәре, зарарлы бөжәктәр). Төрҙө билдәләгәндә географик критерий шулай уҡ хәл иткес була алмай.

Экологик критерийҙың нигеҙе — төр йәшәгән тышҡы мөхит факторҙары йыйылмаһы. Мәҫәлән, зәһәр лютик болондарҙа, яландарҙа таралған. Еүеш урындарҙа үрмәләүсе лютик үҫә. Йылға, быуа буйҙарында, һаҙлыҡлы урындарҙа өткөс лютик осрай.

Хәҙерге ваҡытта һәр төрҙөң органик дон;ья системаһындағы урынын дөрөҫөрәк билдәләү өсөн ғалимдар төрҙәрҙең башҡа критерийҙарын эшләнеләр (аҡһымдар һәм нуклеин кислоталары айырмалыҡтары буйынса).

Төрҙө билдәләү өсөн ниндәй ҙә булһа бер критерийҙы ғына файҙаланыу аҙ. Уларҙың бер-береһен раҫлаған критерийҙар йыйылмаһы ғына төрҙө дөрөҫ билдәләй.

Төр концепциялары

Төр, таксон булараҡ, органик донъяның теләһә ниндәй системаһының төп структур берәмеге булып тора. Бөтә таксономик иерархияның структураһы уның сиктәрен билдәләүгә бәйле.

Шуның менән бергә был таксондың күп кенә уникаль үҙенсәлектәре булғанлыҡтан, төр проблемаһы биология фәненең үҙ аллы өлкәһе тип ҡарала ала.

Хәҙерге фәндә әлегә тиклем төрҙөң биологик асылын дөйөм аңлау юҡ.

Иң киң таралған 7 концепция :

  • типологик,
  • номиналистическая,
  • биологик,
  • хенниг,
  • эволюцион,
  • филогенетик концепция ( Б. Мишлер — Э. Териот һәм К. Уилер — Н. Платник).[1]

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.