Бөйөк Ебәк юлы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөйөк Ебәк юлы (ҡыт. 絲綢之路 — sīchóuzhīlù, үзб. Buyuk Ipak Yo'li, уйг. يىپەك يولى, таж. Шоҳроҳи Абрешим, ҡаҙаҡ. Ұлы Жібек жолы, ҡырғ. Улуу жибек жолу, фарс. جاده ابریشم, ғәр. طريق الحرير, һинди रेशम मार्ग, монг. Торгоны зам, төркм. Beýik Ýüpek Ýoly) — боронғо осорҙа һәм Урта быуаттарҙа Көнсығыш Азияны Урта диңгеҙ буйы менән бәйләгән юл. Тәү сиратта, Ҡытайҙан ебәк сығарыу өсөн файҙаланылған, атамаһы ла шунан алынған. Юл б. э. т. II быуатта һалынған, Сиандән Ланьчжоу аша Дуньхуанға илткән, унда икегә айырылған: төньяҡ юл Турфан аша үтеп, Памирҙы ҡырҡҡан һәм Фирғәнә менән ҡаҙаҡ далаларына барған, көньяҡ юл Лоб-Нор күле буйынан, Такла-Макан сүленең көньяҡ ситенән үтеп, Яркенд һәм Памир (көньяҡ яғынан) аша Бактрияға, унан Парфияға, Һиндостанға, Яҡын Көнсығышҡа, артабан Урта диңгеҙгә үк илткән. Термин немец географы Рихтгофен тарафынан 1877 йылда индерелгән.