Гуманитар фәндәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гуманита́р фәндәр (homo — урыҫса человек, башҡортса кеше) — кешене уның рухи, аҡыл, әхлаҡи, мәҙәни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге аша өйрәнеүсе фән. Тикшереү объекты, өйрәнеү предметы һәм методологияһы буйынса күп йәһәттән ижтимағи (йәмғиәт фәндәре) менән оҡшаш, ә тәбиғи һәм абстракт (формаль) фәндәргә ҡаршы итеп ҡарала. Гуманитар фәндәрҙә дөрөҫлөк һәм аныҡлыҡ мөһим булһа ла, мәҫәлән, тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә, аңлау һәм төшөнөү асыҡлығы тәүге урынға ҡуйыла.
Субъект менән объект мөнәсәбәттәре өҫтөнлөк иткән тәбиғи фәндәрҙән айырмалы рәүештә гуманитар фәндәрҙә башлыса субъект менән субъект бәйләнештәре хаҡында фекер йөрөтөлә йәғни диалог, башҡа берәү менән аралашыу кәрәклеге айырым билдәләнә.