Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы
яҙыусы, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10 июнь 1952 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2022), прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008), Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлектәре ағзаһы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017)[2]. 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 июнь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (71 йәш) |
Тыуған урыны | Инйәр ауылы |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, журналист, тәржемәсе, йәмғиәт эшмәкәре |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты |
Ойошма ағзаһы | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай[1] һәм парламент ағзаһы[d][1] |
Жанр | шиғриәт, проза, публицистика[d], тәржемә һәм Балалар әҙәбиәте |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Викимилектә |
Ябырға