Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы
башҡорт яҙыусыһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (5 март (иҫке ст. 21 февраль) 1905 йыл — 5 декабрь 1954 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны.
Һәҙиә Дәүләтшина | |
Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы | |
Тыуған көнө: |
21 февраль 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны: |
Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылы |
Вафат булған көнө: |
5 декабрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (49 йәш) |
Вафат булған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Бөрө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы-прозаик |
Ижад йылдары: |
1926—1952 |
Йүнәлеше: |
проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Һылыуҡай — пионерка», 1926 |
Премиялары: | |
Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Мөхәммәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.
Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым» .