From Wikipedia, the free encyclopedia
Алиев Илһам Гейдар оғлы (әзерб. İlham Heydər oğlu Əliyev [ilham hejˈdæɾ oɣˈɫu æˈlijɪf]; шулай уҡ урыҫ традицияһы буйынса Илһам Гейдарович Алиев; 24 декабрь 1961 йыл) — Әзербайжандың сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 2003 йылдың 31 октябренән илдең ғәмәлдәге президенты.
Күп халыҡ-ара күҙәтеүселәр фекеренсә, Илһам Алиев президент булып килгәндән һуң илдә сәйәси тотороҡлоҡ хөкөм һөрә. Шуның менән бергә ҡайһы бер сығанаҡтар ул Әзербайжанда диктатор йәки авторитар режим урынлаштырҙы тип билдәләй[13][14].
Илһам Алиев 1961 йылдың 24 декабрендә Баҡы ҡалаһында, Әзербайжан ССР-ының Дәүләт именлеге комитетының контрразведка начальнгы Гейдара Алиев һәм офтальмология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Алиева Зарифа Азиз ҡыҙы ғаиләһендә тыуа[15].
Илһамдан өлкәнерәк бала, апаһы — Севиль. Илһам Алиевтың апаһының улы — Азер, Әзербайжандың Ауыр атлетика Федерацияһы вице-президенты[16].
Атаһы — Гейдар Алиев Әзербайжан Дәүләт именлеге комитеты (КГБ) начальнигы, артабан КПСС-тың Әзербайжан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары (1920—1991) була. Мәскәүҙә СССР Министрҙар Советы йәғни Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә. Нахичевань ҡалаһында тыуған. Алиевтар ғаиләһе Әрмәнстан әзербайжандарынан була[17] Әрмәнстандың Зангезур өйәҙе Танаат (Джомартли) ауылы (һуңғараҡ Сисиан районы, хәҙер Әрмәнстандың Сюник өлкәһе), ләкин Гейдар тыуыр алдынан ғаилә Нахичеванға күсеп килә[18][19]. Гейдарҙың атаһы яғынан өләсәһе Уруд ауылынан (хәҙер — Әрмәнстандағы Воротан ауылы (Сисиан районы)[19].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.