Интервики
From Wikipedia, the free encyclopedia
Интервики (ингл. InterWiki) — интернет селтәре эсендәге вики-система араларында төрлө һылтанмалар ойоштороу ҡоралы. Интервики ҡулланғанда, һөйләмдә URL битенең тулы йөкмәткеһен күсереү зарур түгел, эске һылтанма етә. Был осраҡта һылтанма ошо рәүештә яҙыла: ситтәге вики-системаның префиксы + ситтәге вики битенең атамаһы.
Барлыҡ базаның домен исемдәре системаһынан айырмалы, интервики-префикстары юҡ, шуға күрә вики-системаларҙың һәр администраторы, үҙенсә, йә булмаһа, тәүге вики-движок ҡуйған авторҙарҙың префикстарына һылтана. Интервики-һылтанмалар күрһәтеү ысулы бер төрлө түгел — вики-движок уйлап сығарыусы һылтанманың нисек буласағын үҙ ҡарамағы менән эшләй.