Иран тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Иран тарихы (фарс. تاریخ ایران) — донъялағы иң боронғо тарихтарҙың береһе. Быуаттар дауамында был ил Яҡын Көнсығышта мөһим роль уйнай.
Иран тарихын йыш ҡына ике осорға бүләләр: Тарихҡа тиклемге Иран-мосолман диненә тиклем Иран йәмғиәтен исламлаштырыу уның фарсы мәҙәниәтен, социаль һәм сәйәси структураһын тамырынан үҙгәртеүгә килтерә. Әммә, ислам динен ҡабул иткәс тә, элекке рухи ҡиммәттәр юғалмай. Киреһенсә, улар илдә барлыҡҡа килгән яңы мәҙәниәткә ҙур йоғонто яһай. Быны ҡайһы бер ғалимдар иран исламы тип атай. Хәҙерге Иранда мосолман осорона тиклем булған бик күп ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар һаҡланған.