Көнбайыш Африка
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнбайыш Африка — Африка континентының бер киҫәге. Континенттың көньяҡтан һәм көнбайыштан Атлантик океан һыуҙары йыуа торған, төньяҡта Сахараның бер ҡәҙәреһен эсенә алған, көнсығышта Чад куленә тиклем йәйелгән өлөшөн Көнбайыш Африкаға индерәләр.
Көнбайыш Африка | |
Донъя ҡитғаһы | Африка |
---|---|
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Африка |
Сиктәш | Төньяҡ Африка, Үҙәк Африка һәм Атлантик океан |
Ҡайҙа өйрәнелә | West African studies[d] |
Көнбайыш Африка Викимилектә |
Көнсығышта тәбиғи сик булып Камерун тауҙары тора.
Көнбайыш Африкалағы илдәре халҡының күпселек өлөшө ауылдарҙа йәшәй һәм игенселек, малсылыҡ, урман кәсебе менән шөғөлләнә. Халыҡ Атлантик океан яр буйҙарында йылға һәм үҙәндәрендә тығыҙ ултырған. Халҡы ифрат күп төрлө, нигеҙҙә был — негроид расаға ҡараған халыҡтар. Халыҡтың тел составы сыбар. Халыҡтарҙың тышҡы ҡиәфәте лә төрлө. Ҡайһы берҙәре ҡара тәнле һәм бөҙрә сәсле, икенселәре аҡ тәнле. Буйҙары менән дә ныҡ айырылалар.
Көнбайыш Африкалағы илдәр донъялағы күп кенә дәүләттәр менән йәнле сауҙа алып бара. Төп диңгеҙ порттары — Лагос, Луанда, Дакар.