Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһендәге ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Орск (Яман‑ҡала[4], ҡаҙ. Жаманқала) — Ырымбур өлкәһенең өлкә әһәмиәтендәге, ҙурлығы буйынса Ырымбурҙан һуң икенсе һәм бер үк ваҡытта йәш буйынса иң оло ҡалаһы (1735 йылда «Икенсе Ырымбур» һымаҡ һалынған).
Ҡала | |||||
Орск Орск, Яманкала, ҡаҙ. Жаманқала | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Ҡала округы |
Орск ҡала округы | ||||
Координаталар | |||||
Эске бүленеш |
3 район | ||||
Ҡала башлығы |
Сухарев Сергей Николаевич[1] | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Элекке исеме |
Ырымбур (1735—1739) | ||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны | |||||
Бейеклеге |
200 м | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
371,95 кеше/км² | ||||
Этнохороним |
орскылар | ||||
Телефон коды |
+7 3537 | ||||
Почта индексы |
462400 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
56 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Рәсми сайт | |||||
Халыҡ һаны — 231 104[3] кеше (2016).
Тарихи күҙлектән ҡарағанда, Орск Ҡәнифә юлының һуңғы пункты.
Ҡала Ур йылғаһының Яйыҡҡа ҡушылған урынында урынлашҡан, яҡын тирәлә шулай уҡ Яршалы, Ушкота, Шандаша, Жарлы, 1-се Грязнушка, Терекле йылғалары аға.
1735 йылда Ырымбур экспедицияһы тарафынан Ур (рус. Орь) йылғаһының тамағында «Ырымбур» тигән ҡәлғә ҡорола башлай. Әммә был урын ҡала өсөн яраҡһыҙ тип табыла. Ҡаланы Яйыҡ буйындағы Ҡыҙылтау янына күсереп ҡарайҙар. Был урын да ҡала өсөн уңышһыҙ булып сыға. Ҡала 1865—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе үҙәге булды (1865—1920).
1735 йылда Ырымбур ҡала‑ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1739 йылда алып Орск ҡәлғәһе.
XIX быуат 90‑сы йылдар уртаһында 900‑ләп хужалыҡ иҫәпләнгән. Халҡы күбеһенсә игенселек, малсылыҡ, сауҙа, төрлө кәсеп менән шөғөлләнгән. 1885 йылда егерме ваҡ һөнәрселек предприятиеһы булған. Сауҙа алмашыу дворында алып барылған. XIX быуат 90‑сы йылдары уртаһында сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, өйәҙ училищеһы, дауахана, мәсет, 3 сиркәү эшләгән.
1881 йылда Орск аша Турғай-Орск тракты, 1923 йылда Ташкентҡа тимер юлы үтә.
1891 йылда Орскиҙа буласаҡ император Николай II килеп китә.
1870 йылда ҡала думаһы һәм башҡармаһы эш башлай.
1917 йылда декабрендә Орскиҙа совет власы иғлан ителә, 1919 йылдың авгусына яңы тәртип тулыһынса урынлаша. Граждандар һуғышы барышында Орскиҙа 1918 йылда сентябрендә Рус армияһы частары, 1919 йылда февралендә — РККА‑ның егерме дүртенсе уҡсылар дивизияһы урынлаша.
Хәҙерге Ырымбур өлкәһенең өлкә буйһоноуындағы ҡалаһы.
1931—1935 йылдарҙа ит-консерва комбинаты, 1936 йылда Орск нефть эшкәртеү заводы, 1938 йылда Орск-1 яғыулыҡ электростанцияһы һәм «Южуралникель» (никель, кобалть, сульфат, цинк, баҡыр, көкөрт етештереүсе) төҙөләләр.
1939 йылда ҡалала 67 мең кеше йәшәй.
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1897[5] | 1913[6] | 1926[5] | 1931[6] | 1939[5] | 1956[7] | 1959[8] |
14 000 | ↗23 000 | ↘14 000 | ↗19 200 | ↗66 000 | ↗157 000 | ↗176 214 |
1967[6] | 1970[9] | 1973[6] | 1975[10] | 1976[6] | 1979[11] | 1982[6] |
↗215 000 | ↗225 314 | ↗235 000 | ↗241 000 | →241 000 | ↗246 667 | ↗256 000 |
1985[12] | 1986[6] | 1989[13] | 1990[14] | 1991[12] | 1992[12] | 1993[12] |
↗265 000 | ↗270 000 | ↗270 711 | ↗272 000 | ↗273 000 | ↗274 000 | ↗275 000 |
1994[12] | 1995[12] | 1996[12] | 1997[12] | 1998[12] | 1999[12] | 2000[12] |
→275 000 | ↗276 000 | ↘275 000 | →275 000 | →275 000 | →275 000 | →275 000 |
2001[12] | 2002[15] | 2003[16] | 2004[16] | 2005[6] | 2006[17] | 2007[6] |
↘274 600 | ↘250 963 | ↘250 600 | ↘249 000 | ↘247 600 | ↘247 000 | ↘246 100 |
2008[6] | 2009[18] | 2010[19] | 2011[6] | 2012[20] | 2013[21] | 2014[22] |
↘245 500 | ↘245 015 | ↘239 800 | →239 800 | ↘238 006 | ↘236 390 | ↘234 813 |
2015[23] | 2016[3] | |||||
↘232 905 | ↘231 104 |
1897 йылда 14016 кеше (башҡорттар — 724, ҡаҙаҡтар — 139, мордвалар — 200, урыҫтар — 9363, татарҙар — 3035 һ.б.) йәшәгән, 1912—13 йй. — 21185 кеше.
Урыҫтар — 80,5 %, украиндар — 4,1 %, татарҙар — 4 %, ҡаҙаҡтар — 3,7 %, немецтар — 1,6 %, башҡорттар — 1,6 %, мордва — 1,0 %, белорустар — 0,5 %, сыуаштар — 0,5 %, башҡа милләттәр — 2,5 %.
Ҡала аша Силәбе — Ырымбур тимер һәм Ырымбурға тиклем һәм Орск — Гай — Аҡъяр — Сибай — Магнитогорск автомобиль юлдары үтә.
«Орск ТЭЦ-ы»
Юғары уҡыу йорттары:
Ҡалала 48 мәктәп, 3 гимназия 5 ауыл мәктәптәре бар [24].
Ҡала дауаханалары
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.