Рәсәйҙең милли составы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй күп милләтле дәүләт һәм был Конституцияла ла сағылыш тапҡан. Уның территорияһында 190-дан ашыу милләт йәшәй, уларға илдең аҙ һанлы аҫаба һәм автохтон халыҡтары ғына инмәй. 2010 йылда урыҫтар халыҡтың 80,9 % йәки үҙҙәренең милләтен күрһәткән 137,2 млн кешенән 111,0 млн тәшкил итә, башҡа милләт вәкилдәре — 26,2 млн кеше йәки 19,1 %; милләтен күрһәтмәүселәр һаны 5,6 млн кеше (йәки илдең 142,9 млн дөйөм халыҡ һанынан 3,9 %). 2002 йылда урыҫтар 115,9 млн булып, халыҡтың 80,6 % тәшкил итә. Үҙенең милләтен күрһәткән 143,7 млн кеше араһынан башҡа милләт кешеләре — 27,8 млн кеше йәки 19,4 %; милләттәрен күрһәтмәгән кешеләр һаны 1,5 млн кеше (йәки илдең 145,2 млн халҡына ҡарата 1,0 %).