![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/3b/CWRArticleImage.jpg/640px-CWRArticleImage.jpg&w=640&q=50)
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы —25 октябрь (7 ноябрь) 1917 — 25 октябрь 1922 /16 июль 1923) — 1917 йылғы Октябрь революцияһының һөҙөмтәһендә власҡа большевиктарҙың килеүенән һуң элекке Рәсәй империяһы территорияһындағы сәйәси, этник, социаль төркөмдәре һәм дәүләт ойошмалары араһындағы ҡораллы конфликттар.
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы | |||||
![]() Өҫтән аҫҡа, һулдан уңға: Рәсәй Көньяғының Ҡораллы көстәре 1919 йылда, Австро-Германия оккупацияһы ваҡытында Австро-Венгрия ғәскәрҙәре тарафынан Екатеринослав эшселәрен аҫыу язаһы (1918 йыл)[1], ҡыҙыл пехотаһы маршта (1920 йыл),Л. Д. Троцкий 1918 йылда, 1-се Атлы армияның тачанкаһы. | |||||
Дата |
25 октябрь (7 ноябрь) 1917 — 25 октябрь 1922[2] (әһәмиәте ҙур булмаған бәрелештәр 1923 йылдың 16 июленә тиклем[3]) | ||||
---|---|---|---|---|---|
Урыны |
Элекке Рәсәй империяһының территорияһы. | ||||
Нәтижә | |||||
Үҙгәрештәр |
Польшаның, Эстонияның, Латвияның, Литваның, Финляндияның бойондороҡһоҙлоғо; Румынияның Бессарабияны аннексиялауы; Батум һәм Карсск өлкәләре биләмәләренең ниндәйҙер өлөшөнөң Төркиәгә бирелеүе. | ||||
Ҡаршы тороусылар | |||||
| |||||
Командирҙар | |||||
| |||||
Дөйөм юғалтыуҙар | |||||
| |||||
| |||||
![]() | |||||
Граждандар һуғышы XX быуат башында Рәсәйҙе тетрәткән революцион кризистың һөҙөмтәһе булып тора. Кризис Беренсе донъя һуғышы барышында көсәйә һәм монархияның ҡолауына, 1905—1907 йылдарҙағы революциянан һуң хужалыҡтың емерелеүенә, Рәсәй йәмғиәтенең тәрән социаль, милли, сәйәси һәм идеялар бүлгеләнеүенә алып килә. Бүлгеләнеүҙең апогейы булып бөтә илдең масштабында совет һәм антибольшевик ҡораллы көстәре араһындағы ауяһыҙ һуғыш тора.