Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы Солтанов (18371915) — башҡорт дин әһеле. Ырымбур мосолман Диниә назараты мөфтөйө (1886—1915).

Ҡыҫҡа факттар Дин:, Титул: ...
Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы Солтанов
Thumb
Дин:

ислам

Титул:

Ырымбур мосолман Диниә назараты мөфтөйө

Осор:

1886—1915

Тыуыу выҡыты:

1837({{padleft:1837|4|0}})

Тыуған урыны:

Мәстей ауылы, Минзәлә өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы)

Үлеү ваҡыты:

12 июнь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Вафат булған урыны:

Өфө, Өфө губернаһы

Ил:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Бүләктәре:
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Станислав ордены
I дәрәжә Изге Станислав ордены
II дәрәжә Османиә ордены
II дәрәжә Османиә ордены
[[commons:Category: Muhammadjar Sultanov Викимилектә|Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы Солтанов]] на Викискладе
Ябырға

Биографияһы

Солтанов Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы 1837 йылда билдәле башҡорт дворян нәҫеле Солтановтар ғаиләһендә тыуған[1]. Атаһы Мөхәмәтшәриф Баязит улы (1810—1874) башҡорт кантоны башлығы булып хеҙмәт иткән[2]. Мөхәмәтйәр Солтановтың шәжәрәһе артабанғыса: ТоҡсабаШаһҡолой (Шаһвәли)ТәүкилТәңребирҙе (Төркәйбирҙе)ЮлбирҙеАҡъюлҠотлошКүҙәйТуҡтарСубанМөхәмәт (Мәмәт)СолтанҒәбделйәлил (1750—?) → Баязит (1774—1823) → Мөхәмәтшәриф (1810—1874) → Мөхәмәтйәр (1837—1915)[3].

Ҡазан гимназияһын тамамлай[3]. 1856 йылда Ҡазан университетының хоҡуҡ факультетында уҡый[4], әммә сирләп китеп уны ташлай[3][5].

Минзәлә өйәҙендәге 18-се башҡорт кантонлығында хеҙмәт итеп урядник чинын ала. 1857—1859 йылдарҙа Башҡорт ғәскәре командующийы янындағы канцелярияла һыҙмасы булып хеҙмәт итә, зауряд-хорунжий чинын ала[3]. 1861 йылдан — 20-се башҡорт, ә 1863 йылдан 7-се Минзәлә кантондары башлығы була[4]. 1866 йылда подпоручик чинында отставкаға сыға[6].

Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы бөтөрөлгәс, 1866—1885 йылдарҙа Өфө губернаһының Бәләбәй һәм Минзәлә өйәҙҙәренең мировой аралашсыһы, мировой судьяһы вазифаларын башҡара[4].

1885 йылда Ырымбур мосолман Диниә назараты мөфтөйө С. Ш. Тәвкилев вафат булғас, губерна властары императорға мосолмандарҙың яңы етәксеһе итеп Мөхәмәтйәр Солтанов һәм Мирсәлих Биксурин кандидатураларын императорға раҫларға тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә Солтанов 1886 йылдың 2 ғинуарындағы император Александр III указына ярашлы Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө итеп тәғәйенләнә[7].

1886 йылдан төрмәләр буйынса Өфө губернаһы попечителлек комитеты директоры[4].

1893 йылда хаж ҡыла. Истанбулда хәлифә һәм Ғосман империяһы солтаны Ғәбделхәмит II менән ҡабул ителә. Бейрут ҡалаһында ислам догматикаһы буйынса курстарҙы тамамлай.

Thumb
1915 йылда Өфөлә мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановты һуңғы юлға оҙатыу.

1915 йылдың 12 июнендә Өфөлә вафат була. Беренсе йәмиғ мәсете территорияһында ерләнгән.

Ғаиләһе

1-се ҡатынынан балалары: Арыҫланғәли, Мәҙинә, Мәрйәм, Искәндәрбәк;
2-се ҡатыны Мәрйәм Шәйхелислам ҡыҙынан балалары: Сәлимгәрәйбәк, Фатима, Бибизөләйха, Суфия, Баязит[3].

Бүләктәре

  • I дәрәжәләге Изге Станислав ордены (1888).
  • II дәрәжәләге «Ғосманиә» ордены (1893).
  • I дәрәжәләге Изге Анна ордены (1896).
  • Изге апостол Андрей Первозванный ордены (1898).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.