Стадион
спорт ҡоролмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Стадио́н (грек. στάδιον, «ярыш майҙаны») — спорт ҡоролмаһы. Ғәҙәттә әйләнәһе буйлап йүгереү юлдары үткәрелгән һәм ситтәренә баҫҡыс-баҫҡыс итеп тамашасы эскәмйәләре теҙелгән ҙур түңәрәк майҙандан тора. Йыш ҡына күнекмәләр өсөн өҫтәмә майҙансыҡтары һәм кейенеп-сисенеү урындары ла була. Стадиондар асыҡ һауала үткәрелә торған спорт төрҙәре (мәҫәлән, еңел атлетика, футбол) өсөн генә түгел, шулай уҡ концерттар һәм башҡа саралар үткәреү өсөн дә файҙаланыла.