Сүл
һирәк, йәки бөтөнләй булмаған флора һәм үҙенсәлекле фауна, тигеҙлек менән билдәленгән ер өҫтөндәге ландшафт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сүл — һирәк, йәки бөтөнләй булмаған флора һәм үҙенсәлекле фауна, тигеҙлек менән билдәленгән ер өҫтөндәге ландшафт. Сүлде ҡомло, ташлы, балсыҡлы, тоҙло тупраҡлыларға бүләләр. Ҡарлы сүлде (Арктика һәм Антарктидала) айырым ҡарайҙар. Иң билдәле сүл — Африка континентының төньяғын биләп торған Сахара сүле. Ярымсүлдәр, шулай уҡ экстремаль ландшафтлы иҫәпләнә. Сүлдәр ҡоро ерҙең барлығы 16,5 млн км² өлөшөн, йәки 11% биләй (Антарктиданан башҡа). Антарктида менән бергә — 20%.