Тарасов дивизионы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тарасов дивизионы — спорт, географик һәм башҡа принциптар нигеҙендә командаларҙы бүлеү маҡсаты менән 2008 йылда нигеҙләнгән Континенталь хоккей лигаһының дүрт дивизионының береһе. Был дивизион Көнбайыш конференцияһы составына инә.
ЦСКА һәм СССР йыйылма командаһының хоккейсыһы һәм тренеры Анатолий Тарасов иҫтәлегенә аталған.