Тулыланыусы энергия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тулыланыусы энергия — кешеләр өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия сығанағы. Тирә-яҡ мөхиттә бер-туҡтауһыҙ барған процестар —тулыланыусы энергия сығанағы булып тора. Тулыланыусы энергия яңынан тергеҙелә торған тәбиғи ресурстарҙан — ҡояш энергияһы, ел, ямғыр, һыу ҡалҡыу, геотермаль йылылыҡты файҙалана. 2006 йылда донъяла ғәҙәти биомасса — утын яғыу 13 %, барлыҡ тулыланыусы энергияны файҙаланыу 18 % тәшкил итте. Гидроэлектростанциялар тулыланыусы энергияның мөһим сығанағы булып тора, донъяла етештерелгән электр энергияһының 15 % гидроэлектростанцияларҙа етештерелә.
Тулыланыусы энергия | |
Алыштырған | Ҡаҙылма яғыулыҡ |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | renewable energy science[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 116 760 |
Ҡапма-ҡаршыһы | невозобновляемая энергия[d] |
Тулыланыусы энергия Викимилектә |
Ел энергияһын файҙаланыу йыл һайын 30 % арта. Был энергияны файҙаланыу Европа һәм АҠШ илдәрендә киң ҡулланыла. Ҡояш электростанциялары Германия һәм Испанияла танылыу алған.
Бразилия шәкәр ҡамышынан этанол алыу программаһын тормошҡа ашыра. Этанол автомобиль яғыулығы булараҡ файҙаланыла.