тарихи ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Туғай Кинйәһе, 1-се Кинйә, Башҡортостан республикаһы Көйөргәҙе районы биләмәһенә ҡараған тарихи ауыл. Әлеге ваҡытта Башҡортостан ауылдарының рәсми исемлегенән алынған.
Бөткән ауыл | |
Туғай Кинйәһе | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
1760 йылдарҙа башҡорт Милли — азатлыҡ хәркәтенең иң абруйлы шәхестәренең береһе Кинйә Арыҫланов тарафынан нигеҙләнә.
Башҡортостандың көньяҡ- көнбайыш өлөшөндә, Көйөргәҙе йылғаһының урта ағымында йылғаның уң яғында урынлашҡан. Район үҙәге Ермолаево ауылынанынан 30 км тирәһе. Тирә-яғын тауҙар уратып алған. Иркен Өскисәр туғайы ауылға терәлеп үк тора. Урман да яҡын. Күбеһенсә өйәңке, уҫаҡ, ҡайын, ерек ағастары үҫә. Тирә-яҡта Түкән − 5 км, Үрге Кинйә — 2, Ҡарай — 4, Абдул — 3, Яҡуп — 7, Түбәнге Мотал — 4, Урта Мотал 3, Үрге Мотал — 7, Васильевка — 3 км ауылдары урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта уларҙың күбеһе юҡ.
Ауылдан 400—500 метр самаһы ерҙә Кинйә мәмерйәһе ята. Ул ауыл халҡына һыуытҡыс ролен үтәгән. Ҡаршалағы Ғәзиз тауы ыжғыр, төньяҡ елдәренән һаҡлаған, иртә яҙ менән малдарҙы тибенгә сығарырға мәмкинселек биргән. Мал бағыу өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бар. Ауылды уратып алған тау6ар ҡышын да малдарҙы тибендә йөрөтөү мөмкинселеге бирһә, ауылға терәлеп торған бесәнле туғайҙары, болондары ҡоро бесән менән тәьмин иткән.
Ауыл урынын һайлау тураһындағы легенда, телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшырылып, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Шулар6ың береһен 1913 йылғы Мәсүрә Чурина (Төлкөсурина) яҙҙырҙы. Кинйә Арыҫланов оло ауыл Арыҫландан (атаһы ауылы) бүленеп сығып, яңы ауыл төҙөү өсөн үҙҙәре биләгән ерҙәр буйлап сығып китә. Үҙе менн ауылдың аҡһаҡалдары Иҫәнаман, Төлкөсура, Байғол, ҡолҺары , Ишһары һәм тағы бер нисә олатайҙы, улы Һеләүһенде ала.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.