тәндең айырым урындарын һыулап йыуыу/һөртөү From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәһәрәт – Ислам динендә, тәндең айырым урындарын һыулап йыуыу/һөртөү. Пәйғәмбәребеҙ СҒС :"Кеше тәһәрәт алған саҡта ҡулдарын йыуғанда - уның ҡулдары ярҙамында эшләнгән гонаһтары ярлыҡаныр, битен йыуғанда - күҙҙәре менән эшләгән гонаһтары ярлыҡаныр, башын һыулап һөрткәндә - ҡолаҡтары менән эшләгән гонаһтары ярлыҡаныр, аяҡтарын йыуғанда - аяҡтары ярҙамында эшләгән гонаһтары ярлыҡаныр", тип әйткән.(Мөслим Тирмизи хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Тәһәрәт алғанда ошо хәҙисте иҫтә тоторға кәрәк.
1.Бер тапҡыр битте йыуыу.
2.Ҡулдарҙы терһәккә тиклем бер тапҡыр йыуыу.
3.Баштың дүртән бер өлөшөн һыулап һөртөү.
4.Аяҡтарҙы шайтаншыҡ(сираҡ) һөйәктәренә тиклем бер тапҡыр йыуыу.
Ошо ғәмәлдәрҙең береһе генә үтәлмәһә лә тәһәрәт дөрөҫ булмай.
1. Артыҡ күп һыу тотоноу.
2. Һыуҙы саманан тыш аҙ тотоноу.
3.Биткә һәм тәндең башҡа өлөштәренә һыуҙы сайпып һөртөү.
4.Тәһәрәт алғанда сәбәпһеҙ һөйләшеү.
5. Бысраҡ урында тәһәрәтләнеү.
6.Уң ҡул ярҙамында һенгереү.
7.Тәһәрәт алған саҡта,сәбәпһеҙ икенсе кеше ярҙамы менән файҙаланыу.
1 Тәһәрәт алырға ниәтләнеү.
2. Әғүҙү-бисмиллаһ менән башлау.
3.Иң беренсе ҡулдарҙы йыуыу.
4.Тештәрҙе мисүәк менән йәки бармаҡ менән йыуыу.
5.Тәһәрәт ғәмәлдәрен тиҙ-тиҙ бер бер артлы башҡарыу.
6.Ҡул менән ышҡып тәһрәтләнеү, һыулап ҡына сығырға түгел.
7.Ауыҙҙы өс ҡат сайҡау.
8.Танауға өс тапҡыр һыу алып һенгереү.
9.Тәндең һәр өлөшөн өсәр ҡат йыуыу.
10. Барыһын да иң беренсе уң яҡтан башлау.
11.Ҡул-аяҡтарҙы йыуғанда бармаҡтарҙан башлау.Бармаҡ араларын йыуыу.
12.Һаҡалдарҙы ентекләп йыуырға. Бармаҡтар менән тарарға.
13.Балдаҡтарҙы шылдырып йыуырға.
14.Ҡолаҡтарҙы һәм елкәне һыулап һөртөргә.
1.Тәндең берәй өлөшөнән ҡан, эрен, йәки яранан һүл аҡһа(улар ағып китһә)
2.Ҡоҫоу(ауыҙға тулғандай булһа)
3.Оло ярау, кесе ярау һәм газдар бүленеп сығыуы.
4.Иҫереү, иҫәңегерәү, иҫ юғалтыу.
5.Намаҙ ваҡытында ҡысҡырып көлөп ебәреү.
6.Ятып йә һөйәлеп йоҡлау.
1. Намаҙ уҡыр алдынан.
2.Йома хөтбәһенә барғанда.
3.Йыназа намаҙына барғанда.
4.Хаж ҡылған саҡта, Ҡәғбә тирәләй тәүаф ҡылыр өсөн.
5.Ҡөрьән китабын ҡулға алыр алдынан.
6. Тиләүәт сәждәһе ҡылыр алдынан.
Әбү Хәнифә мәзхәбе буйынса
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.