![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/5/54/Atomic_bombing_of_Japan.jpg/640px-Atomic_bombing_of_Japan.jpg&w=640&q=50)
Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлау
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлау (6 һәм 9 август, 1945 йыл) — кешелек тарихында хәрби йәҙрә ҡулланылған. Уны Икенсе бөтә донъя һуғышының Тымыҡ океан сиктәрендә алып барылған хәрби хәрәкәттәр театрындағы йомғаҡлау өлөшөндә Японияны капитуляцияға тиҙерәк күндереү маҡсатында АҠШ Ҡораллы көстәре башҡарған.
Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлау | |||
Төп конфликт: Икенсе бөтә донъя һуғышы | |||
![]() | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Хиросима, Нагасаки; Япон империяһы | ||
Нәтижә |
Победа сил союзников | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
![]() | |||
1945 йылдың 6 авгусында Америка бомбардировщигы В-29 «Enola Gay» (әсәһенең исеме менән шулай атаған) экипаж командиры полковник Пол Тиббетс Хиросима ҡалаһына «Little Boy» («Малыш») исемле эквиваленты 13 − 18 килотонна тротил тәшкил иткән атом бомбаһын ташлаған. Өс көн уҙғас, 1945 йылдың 9 авгусында 21 килотонна тротилға тәшкил иткән «Fat Man» («Толстяк») атом бомбаһын осоусы Чарльз Суини, B-29 «Bockscar» бомбардировщигы командиры, Нагасакиға ташлаған. Дөйөм үлеүселәр һаны Хиросимала 90 — 166 мең кеше, Нагасакиҙа 60 — 80 мең кеше тәшкил иткән.
Атом бомбардировкаларына иҫе киткән Япония премьер-министры Кантаро Судзуки һәм сит ил эштәре министры Того Сигэнори япон хөкүмәте һуғышты туҡтатырға тейеш тигән һөҙөмтәгә килгән.
1945 йылдың 15 авгусында Япония үҙенең капитуляцияға бирелеүе тураһында иғлан иткән. Икенсе бөтә донъя һуғышының формаль рәүештә тамамланыуын белдергән капитуляция тураһындағы актҡа 1945 йылдың 2 сентябрендә ҡул ҡуйылған.
Японияны капитуляция яһарға мәжбүр иттереү өсөн уны атом бомбардировкаларына тотоуҙың этик яҡтан кәрәкле булыу-булмауы әлеге көндәрҙә лә бик ҡырҡа бәхәс тыуҙырыусы хәл.