Чернышёв дивизионы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Чернышёв дивизионы — спорт, географик һәм башҡа принциптар нигеҙендә командаларҙы бүлеү маҡсаты менән 2008 йылда нигеҙләнгән Континенталь хоккей лигаһының дүрт дивизионының береһе. Был дивизион Көнсығыш конференцияһы составына инә.
Совет хоккей мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, «Динамо» командаһы составында СССР-ҙың беренсе чемпионы титулын яулаған билдәле уйынсы Аркадий Чернышёв иҫтәлегенә дивизионға уның исеме бирелгән.