Корея ярымутрауы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Коре́я ярымутрауы (кор. 한반도) — Азияның көнсығыш өлөшөндә, көнбайышта Һары диңгеҙ, көньяҡта Корея һәм Чеджу боғаҙҙары, көнсығышта Япон диңгеҙе араһында урынлашҡан ярымутрау.
Корея ярымутрауы | |
---|---|
Характеристикалары | |
Майҙаны | 220 800 км² |
Урынлашыуы | |
38°00′ с. ш. 127°30′ в. д._type:isle HGЯO | |
Корея ярымутрауы Викимилектә |
Майҙаны яҡынса 220,8 мең км², оҙонлоғо яҡынса 1000 км. Рельефы башлыса таулы, иң бейек нөктәһе — КХДР менән Ҡытай сигендә урынлашҡан Пэктусан тауы[1] (бейеклеге — 2744 м[2]).
Япон диңгеҙенең ярҙары башлыса таулы һәм тура һыҙатлы, Корея боғаҙының һәм Һары диңгеҙенең ярҙары күбеһенсә тигеҙлекле, бухталар һәм ҡултыҡтар бында күп.
Климаты уртаса муссонлы, көньяҡта — субтропик. Ғинуарҙың уртаса температураһы ярымутрауҙың төньяғында −20 °C-тан алып көньяғында +4 °C-ҡа тиклем, июлдең уртаса температураһы төньяғында +24 °C-тан алып көньяғында +26 °C-ҡа тиклем була. Яуым-төшөм йылына 1500 мм-ға тиклем башлысар йәйен яуа. Ярымутрауҙа ҡуйы тулы һыулы йылғалар селтәре бар, улар һуғарыу өсөн файҙаланыла.
Корея ярымутрауында Корея Республикаһы (Көньяҡ Корея) һәм Корея Халыҡ Демократик Республикаһы (Төньяҡ Корея) урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.