Коста-Рика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Коста-Рика (исп. Costa Rica. [ˈko̞sta ˈrika] — бай яр буйы[2]), рәсми атамаһы — Коста-Рика Республикаһы (исп. República de Costa Rica [re̞ˈpuβ̞lika ð̞e̞ ˈko̞sta ˈrika]) — Үҙәк Америкалағы дәүләт. Төньяҡта Никарагуа һәм көньяҡ-көнсығышта Панама илдәре менән сиктәш. Тымыҡ океан — көньяҡтан һәм көнбайыштан, ә Кариб диңгеҙе көнсығыштан ярҙарын йыуа.
| |||||
Девиз: «Йәшәһен тыныслыҡ һәм хеҙмәт!» | |||||
Гимн: «Хәйерле Ватан, һинең иҫ киткес флагың» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 15 сентябрь 1821 ( Испаниянан) | ||||
Рәсми тел | испан | ||||
Баш ҡала | Сан-Хосе | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы[1] | ||||
Президент
Вице-президент Вице-президент | {{{Етәкселәр}}} | ||||
Дәүләт дине | Католицизм | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 125 51 100 км² 0,7 | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы | 4 253 897 чел. (122) 85 чел./км² | ||||
Валюта | Колон (CRC, код 188) | ||||
Интернет-домен | .cr | ||||
Код ISO | CR | ||||
МОК коды | CRC | ||||
Телефон коды | +506 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -6 |
Хатта Үҙәк Америка стандарттары буйынса Коста-Рика — бәләкәй генә ил: төбәктең 2 иле генә (Сальвадор һәм Белиз) майҙаны буйынса бәләкәйерәк, ә 2 ил (Панама һәм Белиз) халҡы аҙыраҡ. Үҙәк Америка дәүләттәре араһында йәшәү кимәле буйынса ул, Панаманан ғына ҡалышып, 2-се урынды биләй. Коста-Риканың баш ҡалаһы — Сан-Хосе ҡалаһы (288 мең кеше).
2022 йылға ҡарата, Бөтә донъя ЦРУ факттары китабы баһалауынса, Коста-Рика — халыҡ һаны буйынса донъяла 124-се ил (5 204 411 кеше)[3]. Коста-Рика халҡының дин буйынса составы буйынса 2021 йылға: католиктар — 47,5 %, динһеҙҙәр — 27 %, протестанттар — 22,5 %, башҡа христиан конфессияларын яҡлаусылар — 2,6 %, башҡа дин яҡлылар йәки конфессиялар яҡлылар — 0,4 %[4][5][6][3].
Үҙенең урынлашыуына ҡарамаҫтан, Коста-Рика күбеһенсә «аҡ» ил булып тора. Коста-Рика 1948 йылда уҡ армияны файҙаланыуҙан бөтөнләй баш тартҡан Америкалағы берҙән-бер нейтраль дәүләт булып тора. Шул ваҡыттан алып илдә полиция берҙән-бер көс структураһы булып ҡала. Коста-Рика, Панама, Уругвай һәм Чили (Кариб төбәгенең ҡайһы бер утраулы дәүләттәренән тыш) менән бер рәттән, Латин Америкаһында демократик, коррупцияға бирелмәгән, хәүефһеҙ һәм бай илдәрҙең береһе һанала[7].