Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы — Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятеһы. Төбәктең иҡтисади, сәйәси, мәҙәни, фәнни һәм спорт яңылыҡтарын, республика халҡының рухи тормошон һәм көндәлек эшмәкәрлеген зәңгәр экрандарҙа яҡтыртыусы медиа-холдинг.
Ҡыҫҡа факттар Ил, Эшләй башланған ваҡыт ...
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы | |
«"Башҡортостан" телерадиокомпанияһы» Акционерҙар йәмғиәте [1] | |
Ил | |
---|---|
Эшләй башланған ваҡыт | |
Етәксеһе |
Рөстәм Зарафутдинов[2] |
Сайт |
Ябырға
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Башҡортостан (мәғәнәләр).
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы составына үҙаллы йүнәлештә эшләгән ете ижади коллектив, дүрт телевидение каналы һәм өс радиостанция инә:
- «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» — республиканың төп телевизион каналы;
- «Ҡурай-ТВ» музыкаль телеканалы;
- «Ҡурай-HD» музыкаль телеканалы;
- «Тамыр» балалар телеканалы;
- «Юлдаш» радиостанцияһы;
- "Юлдаш +" интернет радиоһы;
- «Спутник ФМ» радиостанцияһы;
- «Ашҡадар» радиостанцияһы.