Юлдаш (радио)
Башҡортостан Республикаһының «FM» йышлығында тәүлек әйләнәһенә эшләгән дәүләт радиоһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Юлдаш» (рус. Радио Юлдаш) — Башҡортостан Республикаһының «FM» йышлығында тәүлек әйләнәһенә эшләгән дәүләт радиоһы. 2000 йылдың 25 сентябрендә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы составында ойошторола. Радиостанция тапшырыуҙары мәғлүмәт, йыр-моң, күңел асыу программаларынан тора, уларҙың төп өлөшө башҡорт телендә алып барыла, көн һайын өс сәғәт татар телендәге тапышырыуҙарға бирелә. «Юлдаш»ты Башҡортостандан тыш Ҡурған, Силәбе, Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә, Татарстан һәм Удмурт Республикаларында, 2015 йылдың июненән Пермь крайында, интернет аша донъяның һәр мөйөшөндә лә тыңларға була.
Юлдаш радиоһы | |
Ҡала | |
---|---|
Ил | |
Слоган |
Беҙ бергә!!! |
Тапшырыуҙар теле | |
Йышлыҡ |
105,5 Өфө, 103,8 Стәрлетамаҡ |
Тапшырыу ваҡыты |
тәүлек әйләнәһенә |
Тапшырыу зонаһы |
Рәсәй Федерацияһы, |
Эшләй башлаған ваҡыт | |
Етәксеһе |
Миләүшә Ҡасим ҡыҙы Йәғәфәрова |
Сайт |
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Ләйлә Аралбаева) хәбәр итеүенсә (22 июнь 2015 йыл), Пермь крайы Барҙа районында «Юлдаш» радиоһы тапшырғысы эш башланы[1]. Хәҙер бында йәшәүсе башҡорттар үҙ туған телдәрендә тапшырыуҙарҙы тәүлек әйләнәһенә тыңлаясаҡ.
Хазина ансамбле Башҡортостан Республикаһының «Ашҡаҙар», «Юлдаш» Дәүләт радиоларында Көньяҡ Урал башҡорттары кейемдәренең тарихы буйынса 21 тапшырыуҙа, «Милли биҙәүестәр» темаһына 4 тапшырыу әҙерләнгән[2].