Афғанстан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Афғанстан, шулай уҡ Ауғанстан (пушту افغانستان, дари افغانستان), рәсми исеме — Афғанстан Ислам Әмирлеге (пушту د افغانستان اسلامي امارت, дари امارت اسلامی افغانستان) — Үҙәк Азиялағы дәүләт, диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. 2013 йылдың халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса халҡы 31 миллион, территорияһы — 652 864 кm².
| |||||
Гимн: «دا د باتورانو کور» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 19 август 1919 ( Бөйөк Британия) | ||||
Рәсми телдәр | пушту, дәри[1] | ||||
Баш ҡала | Кабул | ||||
Эре ҡалалар | Кабул, Ҡандағар, Һәрат, Мазари-Шәриф | ||||
Идара итеү төрө | ислам әмирлеге, теократия | ||||
Әмир Премьер-министр | Һибаттула Ахунздада Һасан Ахунд | ||||
Дәүләт дине | сөнни ислам | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 41 652 864[2] км² күп түгел. | ||||
Халыҡ • Һаны (2015) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲32,564,342 чел. (40) 43,5 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
65,295 миллиард $ долл. 1 994 $ долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
19,654 миллиард $ долл. 600 $ долл. | ||||
ИЧР (2015) | ▼ 0,465 (түбән) (171 урын) | ||||
Валюта | афғани (AFN, код 971) | ||||
Интернет-домен | af | ||||
Код ISO | AF | ||||
МОК коды | AFG | ||||
Телефон коды | +93 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +4:30 |
Баш ҡалаһы — Кабул. Дәүләт телдәре — пуштун һәм дари. «Талибан» хәрәкәте идаралығы аҫтында 2021 йылдан. Унитар дәүләт, Ислам Әмирлеге. Әмир - Һибаттула Ахунздада.
Көнбайышта — Иран, көньяҡта һәм көнсығышта — Пакистан, төньяҡта — Төркмәнстан, Үзбәкстан һәм Тажикстан, иң көнсығыш өлөшөндә — Ҡытай, көнсығышта — Һиндостан (Һиндостан, Ҡытай һәм Пакистан дәғүәләшкән Джамма, Кашмир) менән сиктәш.
Афғанстан — Көнсығыш менән Көнбайыш илдәре араһындағы юл сатында ятыусы боронғо миграция һәм сауҙа үҙәге. Ул бер яҡтан Көньяҡ һәм Үҙәк Азия, икенсе яҡтан Яҡын Көнсығыш араһында урынлашҡанлыҡтан, был төбәктәге илдәрҙең иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни мөнәсәбәттәрендә ҙур роль уйнай.