Башҡорт дәүләт университеты
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт дәүләт университеты, БДУ — Башҡортостандың беренсе юғары уҡыу йорто, Өфө ҡалаһында 1909 йылда Уҡытыусылар институты исеме менән асыла. 1920 йылдың ғинуарынан «Халыҡ мәғарифы институты», ә 1923—1929 йылдарҙа «Халыҡ мәғарифы буйынса ғәмәли институт» тип йөрөтөлә.
Башҡорт дәүләт университеты (БДУ) | |
Халыҡ-ара исеме |
Bashkir State University |
---|---|
Элекке исеме |
Уҡытыусылар институты (1909-1919) |
Девиз |
Тиңдәр араһында беренсе |
Асылған йылы | |
Тип |
классик университет, Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы (2012 йылдан) |
Ректор |
Захаров Вадим Петрович, 2022 йылдың 8 апреленән вазифа башҡарыусы |
Президент |
Морозкин Николай Данилович, 2022 йылдың 8 апреленән |
Студенттар |
27 000 |
Сит ил студенттары |
100-300 кеше |
Специалитет |
13000 |
Бакалавриат |
10000 |
Магистратура |
3000 |
Аспирантура |
100-500 |
Докторантура |
50 тиклем |
Докторҙар |
310 |
Уҡытыусылар |
2000 |
Урынлашыуы |
Башҡортостан |
Юридик адресы |
Өфө, 450074, Зәки Вәлиди ур., 32 |
Сайт |
1929 йылдың октябренән уның базаһында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола.
1957 йылда уҡыу йорто «Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты» итеп үҙгәртелә. 1992 йылда «Октябрҙең 40 йыллығы» исеме төшөрөп ҡалдырыла һәм юғары уҡыу йорто «Башҡорт дәүләт университеты» тип атала башлай.