Бирмингем Сити
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Бирмингем Сити» футбол клубы (ингл. Birmingham City Football Club) — Англияның эст-Мидлендс графлығының Бирмингем ҡалаһының профессиональ футбол клубы. Англия футбол лигалары системаһының әһәмиәте буйынса икенсе булған Чемпионшипт дивизионында сығыш яһаусы клуб. 1875 йылда «Смолл Хит Эллайенс» ((ингл. Small Heath Alliance) Heath Small Alliance) исеме аҫтында барлыҡҡа килә. Ике тапҡыр Футбол лигаһы Кубогын яулаған. Клубтың йорт стадионы — 30 меңдән ашыу тамашасыны һыйҙырыусы «Сент-Эндрюс».
Бирмингем Сити | |
ингл. Birmingham City F.C. | |
Нигеҙләү датаһы | 1875 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Birmingham City Football Club |
Ҡушамат | Μπλε |
Спорт төрө | Футбол |
Ҡатнашыусы | Финал Кубка Англии по футболу 1931[d] |
Кем хөрмәтенә аталған | Бирмингем |
Дәүләт | Бөйөк Британия |
Баш тренер | Тони Моубрей[d] |
Лигала уйнай | Чемпионат Футбольной лиги Англии[d] |
Йорт стадионы | Сент-Эндрюс[d] |
Милке | Сент-Эндрюс[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Бирмингем, Көнбайыш Мидленд[d], Англия, Бөйөк Британия |
Рәсми сайт | bcfc.com |
Официальный цвет | күк[d] һәм аҡ |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 412 246 һәм 54 300 ± 99[1] |
Категория игроков команды | Категория:Игроки ФК «Бирмингем Сити»[d] |
Бирмингем Сити Викимилектә |
Команданың ҡушаматы — «зәңгәрҙәр» (ингл. Small Heath Alliance) Blues), «Бирмингемдың» йорт формаһы зәңгәр төҫтә, ә уларҙың көйәрмәндәренең ҡушаматы «синеносые (зәңгәр танауҙар)» (The Bluenoses) ,- 90-сы йылдарҙа клуб маскоты үҙенең формаһы һәм төҫө менән күк төҫтәге танауҙы хәтерләтә.
«Бирмингем Сити» клубының төп дәғүәсеһе шул уҡ Бирмингем ҡалаһының «Астон Вилла» командаһы. Уларҙың ярыштары Англияла «Дерби Второго города», йәки «Бирмингемское дерби» исеме аҫтында билдәле. Был командалар араһында беренсе матч 1879 йылдың 27 сентябрендә ойошторолған.