Ер атмосфераһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Атмосфера (грек. ατμός — «пар» һәм σφαῖρα — «сфера») — Ерҙең иң өҫкө ҡатламы. Уның ҡалынлығы — 3 мең км тирәһе. Атмосфераның аҫҡы сиге булып Ер өҫтө тора, ләкин һауа тау тоҡомдарындағы ярыҡтарҙа ла, һыуҙа ла бар. Атмосфераның өҫкө сиге юҡ: һауа ҡатламы космоста аҡрынлап юҡҡа сыға. Ерҙең тартыу көсө атмосфераны планета янында тотоп тора.
Ер Атмосфе́раһы (бор. грек. ἀτμός — пар һәм σφαῖρα — шар) — Ер планетаһын уратып алған газ ҡыртышы, геосфераның бер өлөшө. Уның эске йөҙө гидросфераны һәм өлөшләтә ер ҡабығын ҡаплап тора, тышҡы өлөшө йыһан киңлегенең Ер тирәһендәге өлөшөнә күсә. Ҡалынлығы — 3 мең км тирәһе. Атмосфераның аҫҡы сиге булып Ер өҫтө тора, ләкин һауа тау тоҡомдарындағы ярыҡтарҙа ла, һыуҙа ла бар. Атмосфераның өҫкө сиге юҡ: һауа ҡатламы космоста аҡрынлап юҡҡа сыға. Ерҙең тартыу көсө атмосфераны планета янында тотоп тора.
Атмосфераны өйрәнгән бүлектәр йыйылмаһы физиканы һәм химияны атмосфера физикаһы тип атау ҡабул ителгән. Атмосфера торошо ер йөҙөндә һауа торошон һәм климатты билдәләй. Һауа торошон өйрәнеү менән метеорология шөғөлләнә , климат һәм уның вариациялары менән — климатология.