Мәүәрәннәһер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәүәрәннәһер (ғәр. ما وراء النهر, мә үәрә’ ән-нәһр — аръяҡтағы йәки аръяҡ[1]), шулай уҡ Трансоксания (Трансоксиана, лат. Transoxiana) һәм Фәраруд (фарс. فرارود Farārud) атамалары менән билдәле — Үҙәк Азия тарихи өлкәһе.
Мәүәрәннәһер | |
Кем хөрмәтенә аталған | Амударъя |
---|---|
Мәүәрәннәһер Викимилектә |
Атама ғәрәптәрҙең Урта Азияны яулаған осоронда VII —VIII быуаттарҙа барлыҡҡа килә һәм башта Амударъяның уң яҡ ярындағы өлкәләргә ҡарата ҡулланыла. «Аръяҡ» тип ул биләмәләрҙе һул яҡта йәшәгән Хөрәсән халҡы атай. Һуңғараҡ был терминды Амударъя менән Һырдаръя араһындағы ерҙәргә ҡарата ҡуллана башлайҙар.
Мәүәрәннәһергә Үзбәкстандың, Тажикстандың көнбайышының һәм Ҡырғыҙстандың ҙур өлөшө , Төркмәнстандың көнсығышы һәм Ҡаҙағстан көньяҡ төбәге инә. Иң боронғо һәм эре ҡалалары — Сәмәрҡәнд, Бохара, Худжанд, Хиуа, Төркөстан һәм башҡалар.