Хөрәсән
Көнсығыш Ирандағы тарихи өлкә / From Wikipedia, the free encyclopedia
Хөрәсән (Хөрәсән; фарс. خراسان — Xorâsân — ҡояш сыҡҡан яҡ) — Көнсығыш Ирандағы тарихи өлкә. «Хөрәсән» атамаһы Сәсәниҙәр заманынан уҡ билдәле. Хөрәсән донъяға зәғферән һәм барбарис етештереүсе булараҡ танылған[1], был үҫемлектәр өлкәнең көньяғында үҫә (йылына 170 тоннанан ашыу). Хөрәсән шулай уҡ келәмдәре һәм Фирҙәүсиҙең, Ғүмәр Хәйәмдең, Имам Ризаның төрбәләре менән билдәле.