![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/cf/Lithuania_Rambynas_hill.jpg/640px-Lithuania_Rambynas_hill.jpg&w=640&q=50)
Рамбинас
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рамбинас (лит. Rambynas) — Неман (Nemunas) йылғаһының уң ярында Рагнета ҡәлғәһе (Рагнит — Ragainė, 1946 йылдан һуң. — Неман) янында бейек булмаған тау (бейеклеге 46 м).
Рамбинас | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 46 метр |
![]() |
Риүәйәт буйынса, тау түбәһендә литва, прустар һәм ятвягтарҙың юғары аллаһы Перкунға (Пяркунас) ҡобан килтерә торған таш ята. Риүәйәттәр менән күмелгән мәжүси культ ташына сәйер тамғалар уйып яҙылған, һәйләүҙәре буйынса был таш дауалау көсөнә эйә. Элек-электән яҫы таш өҫтөндә байырға теләүселәр, баҫыуында мул уңыш алырға теләүселәр, никахҡа инеүселәр мул саҙаҡаларын ҡалдырған. Барлыҡ Литваның торошо ошо таш менән бәйле тип һанала. 1812 йылда немец колонистары ташты шартлата. 1835 һәм 1878 йылда йылға тау итәген йыуыу сәбәпле тау ишелеп төшә. Ҡот осҡос тауышҡа Рагнитала йәшәүселәр төндә уяна һәм тораҡтарын сығып ҡасалар. Тауҙың бер өлөшө йылғала ағып китә.
1992 йылдан шул уҡ исемдәге төбәк паркы биләмәһенә ҡарай.
Тауҙың атамы аҙыҡ-түлек исемдәрендә («Рамбинас» сыры), предприятие һәм ресторан исемдәрендә ҡулланыла.