Сәлмән Рөшд
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сэр Әхмәт Сәлмән Рөшд (ингл. Ahmed Salman Rushdie, урду أحمد سلمان رشدی, һинд अहमद सलमान रुश्दी; 19 июнь 1947 йыл — 12 август 2012 йыл) — һинд сығышлы британ яҙыусыһы[7]. 1981 йылғы Букер премияһы лауреаты — «Төн уртаһы балалары» романы өсөн. Тәнҡитселәр яҙыусыны магик реалистар араһына индерә.
Сәлмән Рөшд | |
урду سلمان رشدی | |
Тыуған көнө |
19 июнь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1][2][3][…] (76 йәш) |
---|---|
Ил | |
Тормош иптәше |
Marianne Wiggins[d][5], Падма Лакшми[d], Elizabeth West[d], Clarissa Luard[d] һәм Rachel Eliza Griffiths[d][6] |
Сәлмән Рөшд Викимилектә | |
Уның дүртенсе «Иблис шиғырҙары» исемле романы (1988) бер нисә ил мосолмандары яғынан ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм ҙур ғауғаға сәбәпсе була. Уға хәүеф янай башлай, бигерәк тә Ирандың юғары етәксеһе Хөмәйни аятолла 1989 йылдың 14 февралендә уға ҡарата фәтүә әйткәндән һуң. Британия хөкүмәте Сәлмән Рөшдиҙы үҙ ҡанаты аҫтына ала.
1983 йылда Рөшд Бөйөк Британияның Король юғары әҙәби ойошмаһы ағзаһы итеп һайлана. 1999 йылдың ғинуарында француз Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены командоры итеп тәғәйенләнә. 2007 йылдың июнендә Королева Елизавета II әҙәбиәттәге ҡаҙаныштары өсөн уны рыцарлыҡҡа ҡабул итә. 2008 йылда «Таймс» 1945 йылдан 50 бөйөк британ яҙыусылар исемлегенә индерә, әлеге исемлектә Рөшд 13-сө урын биләй.
2000 йылдан Рөшд Америка Ҡушма Штаттарында йәшәй. 2015 йылда Нью-Йорк университетының Артур Л. Картер исемендәге Журналистика институты уны күренекле яҙыусы тип атай[8]. Элегерәк ул Эмори университетында уҡыта. Америка сәнғәт һәм әҙәбиәт академияһына һайлана. 2012 йылда, «Иблис шиғырҙары» тураһындағы бәхәстән һуң, «Джозеф Антон: мемуарҙар» исемле хикәйәһен баҫтыра, был хикәйәлә ул үҙенең тормошо тураһында бәйән итә. 2022 йылдың 12 авгусында Нью-Йорк штатында лекция уҡыу алдынан Рөшдигә һөжүм ителә, һөҙөмтәлә ул ҡаты яралана.